Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә Башҡорт драма театры һәм Филармонияның ХХYIII ижад миҙгелен асыу уңайынан матбуғат конференцияһы булды.
Сарала театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов, режиссеры Зиннур Сөләймәнов, актер Рафиҡ Хәсәнов, филармонияның художество етәксеһе Лира Фәйзуллина, рус халыҡ инструменттары оркестрының баш дирижеры Владимир Турченко, әҙәби бүлек мөдире Гөлдәр Собханғолова һәм “Ашҡаҙар”, “Стерлитамаксий рабочий” гәзиттәре, UTV телеканалы журналиста-ры ҡатнашты. Театр әһелдәре журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты һәм башҡарыласаҡ эштәр тураһында фекер алышты.
Театр элек һәм бөгөн. Замана тамашасыһын бөгөн нимә ҡыҙыҡһындыра? Яңы ижад миҙгелендә тамашасыны нимә менән һөйөндөрмәкселәр? Кәңәшмәлә, ғөмүмән, һүҙ ошо хаҡта барҙы. Хәйер, һүҙҙе сәнғәт оҫталарының үҙҙәренә бирәйек.
– Быйылғы театр миҙгеле 3 октябрҙә асыла. Беренсе премьерабыҙ – Мөхәмәтша Буранғоловтың “Ашҡаҙар” пьесаһына нигеҙләнеп ҡуйыл-ған яңы сәхнә версияһы. Ул “Буранғолов. Ашҡаҙар” тип атала. Был яңы версия өҫтөндә Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова эшләне. Әйткәндәй, премьера 4 октябрҙә лә күрһәтеләсәк.
Шулай уҡ Михаил Задорновтың “Һуңғы ынтылыш” лирик комедияһы буйынса эшләйбеҙ. Уны ноябрь баштарында ҡуйырға планлаштырабыҙ. Спартак Ильясовтың “Биғылый” романы буйынса премьера әҙерләйбеҙ. Был бик бай телле, диалект үҙенсәлеге, замансалығы менән айырылып торған йөрәк тетрәндергес әҫәрҙе талантлы йәш режиссер Айрат Абушахманов ҡуя. Премьера ноябрь аҙағында көтөлә. Декабрь айында балалар өсөн Яңы йыл әкиәттәре әҙерләү менән мәшғүл буласаҡбыҙ.
– Әлеге көндә премьераға тип әҙерләгән Мөхәмәтша Буранғоловтың әҫәре – Стәр-летамаҡта барлыҡҡа килгән тәүге башҡорт театрының башланғыс премьераларының береһе. Беренсе премьера Фәтхелҡадир Сөләймәновтың (Абдулҡадир Инан) “Аҡшан батыр” әҫәре буйынса ҡуйыла, М.Буранғоловтың “Ашҡаҙар”ы – театрҙың икенсе премьераһы була. Ошо әҫәрҙең йөҙ йылдан һуң сәхнәгә әйләнеп ҡайтыуы – шатлыҡлы ваҡиға. Тарихҡа күҙ һалайыҡ, баш ҡала Өфөгә күсерелеү сәбәпле, башҡорт театры ла күсә. 2019 йылда республикабыҙ үҙенең 100 йыллығын билдәләгән ваҡытта Башҡорт дәүләт академия драма театры ла үҙенең йөҙ йыллығын байрам итәсәк. Был театрға Стәрлетамаҡта нигеҙ һалыныуы менән беҙ ғорурлана алабыҙ.
Материалдың аҙағыҙ гәзиттә уҡығыҙ.