Һипкән орлоҡтан урман шаулап үҫеп килеп сыҡҡан ваҡытҡа хатта тиҫтә йылдар ҙа бер ни түгел. Шуға ла ағас үҫтереү сабырҙар һәм йәшәйеште быуаттарға алдан планлаштыра белгән кешеләр ҡулынан ғына килә торғандыр.
Үҫенте ағас булғансы күпме һыуҙар ағып китә, хатта бер нисә ҡосаҡҡа еткән олонло ағас ғүмере иһә 450 йыллыҡ дәүерҙе ваҡлай. Урман шаула-тып үҫтерер өсөн бер кешенең генә ғүмере аҙ. Быны күп йылдар Стәрлетамаҡ урман хужалығын етәкләгән Марат Ғәләүетдинов та яҡшы белә. Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Марат Нәжметдин улы дүртенсе йыл хаҡлы ялда булһа ла, һаман да күңеле менән урман өсөн янып йәшәй. Әле булһа ҡаланың урман хужалығына барып, уның хеҙмәтен дауам итеүселәр менән осрашып, кәңәштәрен бирә. Тәжрибә лә бит тыуғас та килмәй – башта үҫенте һымаҡ була, унан ҙур ағасты хәтерләтә.
– Урман хужалығы әлеге көндә лә шул уҡ маҡсаттар менән йәшәй. Урманды үҫтерергә, уны ҡурсаларға, арттырырға, ваҡытында ултыртырға, киҫергә, янғындарҙан һаҡларға кәрәк. Урман Башҡортостан майҙанының 48 процентын биләп алған, был бик ҙур һан, шуға ла иғтибар ҙа юғары булырға тейеш, – тине хаҡлы ялдағы урмансы.
Уның фекеренсә, йорт төҙөргә яраҡлы булғанға тиклем, ҡарағай ағасы 120 йыл тирәһе үҫә. Был эште бер генә быуын алып бара алмай.
Стәрлетамаҡ урман хужалығында оло кешене ихтирам менән ҡаршы алдылар, әлеге ваҡытта бында етәксе булып эшләүсе Рамазан Хәйҙәров эштәр барышы тураһында бер аҙ һөйләп алғас:
– Әйҙәгеҙ ҡала питомнигын барып күрә-йек, – тип беҙҙе буласаҡ урманға алып китте.
Быйыл ғына сәселгән ҡайындар, ҡарағай, күк шыршылар морон ярып килә, ҡайһы берҙәре 15 сантиметрға ғына еткән. Уларҙы бында сабый кеүек ҡарайҙар, тәрбиәләйҙәр. Башҡаса мөмкин дә түгел – йәшел үҫентеләр әлегә үлән кеүек йомшаҡ ҡына. Ә бына йөҙ йылдан... шаулап торорҙар!
Халыҡта “ирмен тигән ир кешегә үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға, өй һалырға, ул үҫтерергә кәрәк” тигән үҙенсәлекле әйтем йәшәй. Ир кеше, ғөмүмән, ағас мәсьәләһе менән йорт һалыу ваҡыты еткәс, барыбер осраша. Йорттар һалына, ә бына ҡырҡҡан ағас урынына үҫенте ултыртыусылар күпме икән?.. Боронғолар бер төп киҫһәң, икене ултырт тигәндәр.
– Ағасты киҫкәс, ултыртыу мәсьәләһе тыуа, әлбиттә, элекке кеүек булмаһа ла, бында ла эш әүҙем алып барыла. Үҙебеҙ ҙә ултыртабыҙ, башҡаларҙы ла йәлеп итәбеҙ, буш майҙандар ғына бүлеп бирергә кәрәк, – ти Рамазан Ғилметдин улы.
Йәш үҫентеләрҙе барып күргәс, Марат ағай ҙа дәртләнеп китте:
– Мин бөтә ағастарҙы ла үҙ итәм, шулай ҙа ҡарағайҙы нығыраҡ яратам. Күптәр таш йорт һалһа ла, үҙемә ҡарағайҙан күтәрҙем, уның һауаһын бер ни ҙә алмаштыра алмай. Бына ошо йәш үҫентеләрҙеке кеүек таҙа, - тип ҡәнәғәтлеген белдерҙе ул.
Шулай ҙа, күргәнегеҙ барҙыр, һәр кем ултыртҡан ағас тамыр йәйеп китә алмай, «еңел ҡуллы» булырға кәрәк. Әммә сер түгел, ағас ултыртыу тәртибе лә бар, уларҙы белмәй, үҫентене үлемгә генә дусар итеү тигәнде аңлата.
– Ағас ултыртыу өсөн иң уңайлы мәл – көҙ-ҙөң һуңғы көндәре, йә апрелдең аҙаҡтарына тура килә, йәғни ағастың һут әйләнеше туҡталған, йоҡо мәлендә булырға тейеш. Ултыртҡанда тамырҙарын бөгөргә, шулай уҡ тамырҙан олонға күскән урынды ер өҫтөндә ҡалдырырға ярамай. Ағасты ултыртҡас һыу һибеп ҡуйһаң, тағы ла яҡшыраҡ була, – ти методика тураһында Стәрлетамаҡ урман хужалығы директоры урынбаҫары Илгиз Ғәбиҙуллин.
Был серҙәрҙе белгән һәр кеше ағас ултыр-та ала, әгәр ҙә һеҙҙең дә бындай теләгегеҙ булһа, Стәрлетамаҡ урман хужалығына барып, үҫентеләр алырға ғына ҡала.
– Ағас ул төҙөлөш материалдары ғына түгел, ул беҙҙең һулар һауабыҙ. Әлеге мәлдә “Йәшә, урман!” көҙгө акцияһы бара. Теләгәндәр беҙҙән бушлай үҫенте алып, йәмғиәт өсөн файҙалы урындарҙа ағас ултыртырға мөмкин, – ти урманды тергеҙеү инженеры Роза Сәлихова.
Ғөмүмән алғанда, Стәрлетамаҡ урман хужалығында эштәр ҡайнай, һәр белгес үҙенең эшен яратып башҡара. Был эште оло быуын вәкилдәре һәм әлеге ваҡытта урман һағында тороусылар ғына түгел – киләсәк быуын да аңлар һәм дауам итер, әлбиттә. Урман мәңгелек булғанда, кешелек тә ҡола яланда ултырып ҡалмаҫ.