Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2018, 10:05

Һаҙлыҡтан нисек сығырға?

Алкоголизм. Наркомания. Ҡомарлы уйын... Йәмғиәтебеҙҙәге ошо кире күренештәргә беҙ йыш тап булабыҙ. Әммә күбеһенсә уларға күҙ йомоп ҡарайбыҙ һәм урап үтергә тырышабыҙ. Ошондай бәхетһеҙ хәлгә дусар булғандар өсөн бына бер-нисә йыл инде ҡалабыҙҙа “Аноним алкоголиктар” берләшмәһе эшләп килә. Үҙенең эшләү дәүерендә берләшмә замананың яман сирҙәренә юлығыусы бик күптәрҙе ошо һаҙлыҡтан ҡотолорға ярҙам итә. Кемдәр һәм ниндәй генә хәлдә килмәйҙәр бында. Иннаның (исеме үҙгәртеп алынды) яҙмышы ла уйға һала.“11 йәштә араҡы тәмләп ҡараным”Ул был яҡҡа Алыҫ себер тарафтарынан килгән. Төҫ-башы таушалмаған, ыҫпай кейенгән урта йәштәрҙәге был ҡатын үҙен алкоголик тип атай. Уның үҙен шулай тип иҫәпләүенә һис ышанғы килмәй. Әммә, үкенескә ҡаршы, ышанырға тура килә...Иннаның һөйләүе буйынса, уның яҙмышы ябай түгел. Бала саҡтан белгәне бирле атаһы айнымай тиерлек эскән. Үҫмер ҡыҙ бала, өйгә ҡайтҡыһы килмәй, урамда йәки өйҙән ситтә күңеленә йыуаныс таба. Ә бер мәл йыраҡта йәшәгән өләсәләренә ҡунаҡҡа барғас, Инна тиҫтерҙәш ҡыҙҙар менән танышып ала. Ауыл ҡыҙҙары менән бергәләп күңел асырға булалар. Шулай итеп, ул ун бер йәшендә беренсе тапҡыр иҫерткес эсемлекте ауыҙына ала. Уға был оҡшап ҡала, нисектер күңеле күтәрелеп китә. Шунан башлана ла инде һыра һемереү, көмөшкә йотоу... 25 йәшкә тиклем ошондай “кәйеф-сафа ҡороуҙар” көн дә тиерлек ҡабатлана. “Ярай әле Хоҙай мине наркотиктарҙан ҡурсаланы”, - ти Инна үҙен тынысландырып. Мин ул саҡта: “әсәйем мине аңламай, тип уйлай торғайным”. Иннаға “үҙен аңлаған” дуҫ-иштәр ҙә табыла тора. 19 йәшендә ул кейәүгә сыға. Хәҙер улар ире менән икәүләп эсә башлай. Балалары тыуа, ир булған кеше өс айлыҡ ҡына бала менән йәш ҡатынды яҙмыш ҡосағына ташлап сығып китә. Иренең хыянатынан рухы һынған ҡатын тағы ла нығыраҡ эскегә бирелә. Эскән кешеләр менән көн итеп, тамам арыған әсәһе кодиривка эшләргә кәңәш итә.Әсәһенең һүҙен тотоп, ул, яңынан айныҡ тормош менән йәшәй башлай. Икенсегә тормошҡа сыға. Тик ҡайғы, “ҡара сәкмәнен ябынып”, эҙәрлекләп кенә йөрөгән икән шул – бер йылдан әсәһе ҡапыл ғына яман сир арҡаһында яҡты донъянан китеп бара.Ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһенән етемһерәп ҡалған атаһы тағы ла нығыраҡ эскегә һабыша. Һуңғы сиктә фатирһыҙ, ас-яланғас ҡалып, берәҙәк булып сүплектә ҡаҙынып йөрөй. Ә бер көн килеп ул ишек шаҡығас, Инна, йәлләп өйөнә индереп тә ҡарай, тик атаһы һайлаған юлынан тайпылырға теләмәй. Атаһы эсә, ҡыҙы дүрт айлыҡ ҡына сабыйын ҡосаҡлап ни ҡылырға ла белмәй аптырашта ҡала.Балаларҙа – беҙҙең сағылышИннаға 27 йәш тигәндә атаһы ла гүр эйәһе була. Атаһының хатаһын күреп торһа ла, иңенә ишелеп төшкән ҡайғыларҙан сығыу сараһын йәш ҡатын алкоголдә таба. Үҙ-үҙен йәлләү тойғоһо баҫа уны. Ун көн эсмәй түҙә лә, тағы “ысҡына”. Шулай көрәш дауам итә. Система менән дарыуҙар тамыҙыу ҙа оҙаҡҡа етмәй, наркология бүлегендә дауаланыу ҙа ярҙам итмәй. Ир кешегә ҡатын һау-сәләмәт, матур булғанда ғына кәрәк икән – хәҙер инде икенсе ире лә ташлап китә. Яҙмышын ышанып тапшырған яҡын кешеһенән алданыуҙан Иннаның былай ҙа китек күңеле тағы ла сырпыҡлана. Хәҙер инде ул япа-яңғыҙы бикләнеп эсә башлай. Наркологияға юлы йышая бара. Эскелектән тыш, тағы бер ҡурҡыныс сир йолоп ала – быға тиклем һис борсомаған өйәнәк ауырыуына дусар була. Ошондай ҡот осҡос хәлдә үлем менән йән талашҡан саҡтарын иҫенә төшөргәндә әле лә күҙҙәренә йәштәр эркелә. “Ейәһе ризыҡтарым бөтмәгәндер инде, күрәһең. Хоҙай мине йәнә үлемдән араланы. Балаларым хаҡыналыр тип уйлағайным да, аҙаҡ аңлауымса, былай уйлауым да дөрөҫ түгелдер”, – ти ҡатын. “Балалар – ул быуынды дауам итеүселәр генә түгел, ә улар беҙҙең бар булмышыбыҙҙың сағылышы ла. Йәғни, беҙҙең яман ғәҙәттәребеҙ ҙә, яҡшы яҡтарыбыҙ ҙа уларға күсеп, көҙгө кеүек сағылып тора, бынан бер нисек тә ҡасып булмай...” (Быны ул атаһынан сығып әйтәлер, моғайын). Ярай әле ике балаһының да атаһы яҡлап өләсәләре иҫән. Балаларҙы ҡәйнәләре үҙ ҡарамағына ала. Бына шундай ҡыҙғаныс яҙмыш.Йәнә боролош. Бер мәлде эске тауышы уға: “Етте һиңә, айыҡ тормош менән йәшәргә ваҡыт!” тигән һымаҡ була. Инна, үҙендә ихтыяр көсө табып, үҙ-үҙен ҡулға ала – спорт менән шөғөлләнә башлай, төҫ-башын ҡарай. Донъяға айыҡ ҡараш менән баҡҡан яңы дуҫтар табыла. Тик яуыз көстәр һаман да һағалап ҡына йөрөй икән шул. Инде эскелекте бөтөнләйгә ташланым тип, шатланып йәшәй генә башлағанда, әмәле сығып, яҡшы шарап тәмләп ҡарарға була һәм (“бына һиңә “мә!”) тағы ысҡынып китә. Шулай итеп, ул быйыл йәй йәнә наркологияға эләгә.Һуңғы ынтылышИнде был ынтылыштан тайпылмаһын ине Инна. Әлеге ваҡытта ул эшләп йөрөй. “Хәҙер бағыусым бар”, – ти ҡатын. “Аноним алкоголиктар” берләшмәһен әйтә. Эскелек һаҙлығына батҡан ҡатындың бигерәк тә артабанғы һүҙҙәре уйға һала: “Ул һинең статусыңды ла, вазифаңды ла, байлығыңды ла, йәшеңде лә һорап тормай (Инна бик мәҙәниәтле, юғары белемле. Башта төҙөлөш техникумын, унан психология-социология институтын тамамлаған. Яуаплы урында ун биш йылдан ашыу эшләгән – авт.). Был сиргә медицинаның ғына көсө етмәҫкә мөмкин. Әгәр яман ғәҙәттәрҙән арынырға теләйһең икән – барыһы ла үҙеңдән тора. Әлегә мин донъяға ышанысымды юғалтмағанмын. Миңә көстө Хоҙай үҙе бирә. Хоҙай мине мохтаждарға ярҙам итһен тип һайлап ҡуйғандыр, күрәһең. Эскелекте ташлау менән бергә, иң беренсе йәнеңде дауалау мөһим. Исмаһам бер генә кеше булһа ла эскелек һаҙлығынан йолоп алынып ҡала алһа, донъя тағы ла яҡтырып китә – был бит үҙе бер бәхет!”Ә бит, уйлай китһәң, эскелек һаҙлығына батыуҙың да сәбәптәре төрлөсә. Кемдәрҙелер – дан, кемдәрҙе-лер оҙон аҡса боҙа, бәғзе берәүҙәр буштан килгән байлыҡты күтәрә алмай, ә кемдәрҙер ауыр тормош, әсе яҙмыш һынауҙарынан бөгөлөп, күңел йыуанысын шешәлә таба. Нисек кенә булмаһын, һәр хәлдә “батып барыусыны ҡотҡарыу – батып барыусының үҙ эше...” Бөйөк аҡыл эйәһе Карл Маркс юҡҡа ғына шулай тимәгәндер.

Алкоголизм. Наркомания. Ҡомарлы уйын... Йәмғиәтебеҙҙәге ошо кире күренештәргә беҙ йыш тап булабыҙ. Әммә күбеһенсә уларға күҙ йомоп ҡарайбыҙ һәм урап үтергә тырышабыҙ. Ошондай бәхетһеҙ хәлгә дусар булғандар өсөн бына бер-нисә йыл инде ҡалабыҙҙа “Аноним алкоголиктар” берләшмәһе эшләп килә. Үҙенең эшләү дәүерендә берләшмә замананың яман сирҙәренә юлығыусы бик күптәрҙе ошо һаҙлыҡтан ҡотолорға ярҙам итә. Кемдәр һәм ниндәй генә хәлдә килмәйҙәр бында. Иннаның (исеме үҙгәртеп алынды) яҙмышы ла уйға һала.
Фекерҙәр
Гүзәл СИТДИҠОВА, журналист:
– Йәнә бер ҡурҡыныс әйбер – ҡатын-ҡыҙ алкоголизмы. Уның менән ике урында яҡындан тап килдем – шул уҡ Стәрлетемаҡтағы ҡатын-ҡыҙҙар колонияһында, эсеп енәйәт эшләүҙәре тураһында ниндәй генә әкәмәт хәлдәр һөйләмәне улар. Яҙмышҡа һылтаныу, туҡтай алмауға һылтаныу, насар иргә һылтаныу, эшһеҙлеккә һылтаныу... Һылтау ғына бар, һылтауҙар! Нығыраҡ эсеп, юҡҡа сыға ла ҡуя, былай ҙа тормошонда дөрөҫ йүнәлеште юғалтҡан, көс-һөҙлөк күрһәткән кеше.
Айрат:
– Өс йыл йәшәгәндән һуң ҡатынымдан айырылдым, уртаҡ ике ҡыҙыбыҙ булды. Әсәләре эсә, әммә улар айырылышҡандан һуң уның менән ҡалырға теләк белдерҙе. Тейешле органдан тикшерергә киләләр, ә ҡатын тиҙ генә “йүнәлә лә” ҡуя. Бергә торғанда тәрбиәләп арығас, ҡайһы бер ваҡытта ҡул һелтәп ҡуя инеп, ә бына ҡыҙҙарым уны ипләп кенә сисендерә, йоҡлар-ға һала. Әсәгә ҡарата һөйөүме был, әллә миңә – ир башыма етмәгән башҡа сәбәпме – аңлата алмайым. Һәр хәлдә, ошо һөйөүҙе күреп, инде элекке ҡатыным йүнәлеп кенә китһен ине лә бит. Ҡыҙҙарымды йәлләйем, әммә эскесе ҡатын үҙәккә үтте.
Алкоголь тураһындағы мифтар
1. Рәсәйҙә шарап эсеү – борондан килгән йола.
2. Аҙ ғына миҡдарҙағы алкоголь файҙалы.
3. Алкоголь организмды йылыта.
4. Йоҡоға талдыра.
5. Иммунитетты яҡшырта.
6. Ҡыйыулыҡ өҫтәй.
7. Алкоголизм сирен булдырмай.
8. Ирҙәрҙең енси күҙәнәктәрен боҙмай.
9. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың енси һау-лығына зыян килтермәй.
10. Эскән ҡатын бер йыл эсмәһә, һау сабый тыуҙырыуы ихтимал.
Читайте нас