Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2018, 09:42

Илле тоҡ сүп, илле төп ағас

Бөтә донъя таҙалыҡ көнө сиктәрендә Башҡортостанда экологик акция үтте. Ҡала ирекмәндәре ул көндө Ольховка йылғаһы буйын таҙартты һәм 50 төп йәш үҫенте ултыртты.

Йәштәр өмә барышында ниндәй генә ҡыйға тап булманы. Буш шешә, аҙыҡ ҡалдыҡтары, төҙөлөш материалдары... Ғөмүмән, улар илле тоҡтан ашыу сүп-сар йыйҙы. Бындай күренешкә бер яҡтан ҡыуанһаң, кешеләрҙең тәбиғәт алдындағы яуапһыҙлығын уйлап, аптырай төшә-һең. Хәйер, әлеге ирекмәндәр һымаҡ йәштәр барҙа киләсәк өсөн барыбер ҙә өмөттәр тыуа.
Тирә-яғына битараф булмаған йәштәр “Йәшә, урман” акцияһында ла ҡатнашты. Акция сиктәрендә егеттәр-ҡыҙҙар илле ағас үҫентеһе ултыртты. Ағастар ҙа, изге эштәр ҙә урман булып шаулап үҫеп китһен инде.
Әйткәндәй, 24 сентябрҙә ҡаланы төҙөк-ләндереү һәм таҙартыу буйынса айлыҡ башлана. Уның сиктәрендә 29 сентябрҙә экологик өмә үтә.
“Стәрлетамаҡ инде нисә йылдар Рәсәйҙә иң төҙөк һәм матур ҡалаларҙың береһе булып таныла. Уны беҙ яратабыҙ, уға ҡунаҡтар һоҡланып туймай. Ә матурлыҡ һәм төҙөклөктөң нигеҙендә – таҙалыҡ ята. Таҙалыҡ – беҙҙең дөйөм хеҙмәт. Шуға экологик айлыҡ һәм өмәлә әүҙем ҡатнашыуығыҙға ышанам”, – тип белдерә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Читайте нас