Ошо көндәрҙә “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайында Рәсәйҙең иң яҡшы волейболсылары туп һуға. Ҡалала был спорт төрө буйынса ирҙәр араһында Рәсәй Кубогы алды этабының Константин Рева исемендәге 1-се туры старт алды.
Әлегә тиклем Стәрлетамаҡ көрәш, самбо, дзюдо, шорт-трек, гандбол, бас-кетбол буйынса Рәсәй турнирҙары өсөн шәп майҙан булды. Хәтерләйһегеҙме, уҙған миҙгел тамамланғандан һуң Өфө-лә уйнаусы “Урал” командаһы “Йондоҙ-ҙар” матчы ойоштороп, Стәрлетамаҡты шаулатып киткәйне. Ул йондоҙло байрам еңел аяҡлы булған, күрәһең, оҫталар – йәнә Стәрлетамаҡта.
Волейбол һөйөүселәр беҙҙә электән үк бар һәм уларҙың һаны йылдан-йыл арта ғына бара. Быны “Тархан” волейбол командаһы уйын-дарында ла күрәбеҙ. Йәш уйын-сыларыбыҙ һәр саҡ көйәрмәндәр менән тулы залдарҙа туп һуға. Ҡаланың предприятиелары араһында үткән “Өс туп кубогы” өсөн көрәштә лә, мәктәп уҡыусылары, студенттар араһындағы турнирҙарҙа ла волейбол уйындары сәмле үтә. Ә бына майҙанда оҫталар менән көс һынашырға шулай ҙа “Тархан” волейбол командаһы ғына йөрьәт итә. Өсөнсө йыл рәттән улар Рәсәй Чемпионатының юғары лигаһы “А” төркөмөндә уйнай, үткән миҙгелдә 10-сы урынға өлгәштеләр. Был кубок нисек булыр – һөҙөмтәләр күрһәтер. Бит әлеге уйындарҙа Рәсәйҙә генә түгел, ғөмүмән, донъяла иң яҡшы команда тип һаналған оҫталар уйнай. Уларға беҙҙең команда ҡаршы тора алырмы? Көйәрмәндәрҙе был һорау әле уйындар башланмаҫ борон борсой ине. Турнирҙа “Нова” (Яңы Куйбышев), “Динамо” (Силәбе), “Нефтсе” (Ырымбур) һәм күп тапҡыр Рәсәй чемпионы “Зенит-Ҡазан” (Ҡазан) ҡунаҡ командалары буласаҡ. Ә “Урал” (Өфө) һәм “Тархан” волейбол командаһы майҙан хужалары булараҡ уйнаясаҡ.
Әлбиттә, һәр команда үҙ маҡсаттары менән турнирға килә: йәш йәки яңы ғына контракт төҙөлгән уйынсыларҙы һынап ҡарарға, миҙгел башы алдынан команданың әҙерлек кимәлен тик-шергә, йә булмаһа тактик алымдар етешһеҙлектәрен шымартырға. Ниндәй генә маҡсаттар менән килмәһендәр алышҡа, йәшерен-батырын түгел, “Тархан”дар әлегә оҫталарҙы тар-мар итерҙәй туп сәпәй алмай. Турнирҙы асыу тантанаһынан һуң командабыҙ “Зенит-Ҡазан”ды һынап ҡараны ла инде. Беҙҙекеләр еңелде, әммә үҙ туптарын да индерә алды. Егеттәребеҙ йәшерәк шул, әммә, иң мөһиме: тарҡау түгел, берҙәмлек күрһәтеп, ҡаршы командаға тиҙ-тиҙ генә һөжүм итеп ала. Ғөмүмән, был осрашыу ҡаланың волейбол тарихында ҙур ваҡиға, уның тулҡыны яңы ғына шөғөлләнә башлаған спортсыларға этәргес көс булыр. Кем белә, бәлки, киләсәктә үҙебеҙҙә лә көслөләргә ҡаршы торорҙай команда үҫеп етер, “Тархан” үҙ көйәрмәндәрен һөйөндөрөр әле.