Тормош бер урында тапанмай. Гәзит-журналдар, хаттар, квитанция, посылкалар ебәреү, таратыу, түләү һәм тапшырыу буйынса ла технологиялар үҫешә. «Рәсәй почтаһы» бүлексәләренә инеп, быға үҙ күҙең менән шаһит булырға мөмкин.
Мәҫәлән, Ленин проспектында яңыртылып асылған почта бүлексәһендә электрон сират системаһы эшләй, банк картаһы аша бөтә тәҙрәләрҙә лә төрлө түләүҙәр башҡарып була... Хәйер, почта хеҙмәте генә түгел, почта хеҙмәткәрҙәре лә заман менән бергә атлай. 100-сө почта бүлексәһендә бригадир бурысын атҡарған Фәниә Мөрсәлимова нәҡ шундайҙарҙан.
– Почтаның әһәмиәте үҙгәрә бара. Борон хаттарҙы күгәрсендәр таратһа, хәҙер почтальондар башҡара был эште. Тик хаттар аҙайыу эш аҙайыу тигәнде аңлатмай, хәҙер Ҡытайҙан бик күп посылкалар килә. Телефон, видеокүҙәтеү, компьютер... нимә генә юҡ унда. Ошоларҙы теркәргә, хужаһын табырға, тапшырырға кәрәк, – тип эше менән таныштыра Фәниә Мөстәҡим ҡыҙы. Бынан тыш, почтальондар иңендәге торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн түләү ҡағыҙҙары, һалым, штрафтар, төрлө дәүләт учреждениеларының хаттарын таратыуҙы ла оноторға ярамайҙыр.
Почтала Фәниә апай инде 43 йыл эшләй. Хеҙмәтен яратып башҡара.
– «Рәсәй почтаһы» хеҙмәт өсөн яҡ-шы уңайлыҡтар булдырған, ваҡытында эш хаҡы түләнә, коллективта ихтирам менән ҡарайҙар, – ти ул.
Фәниә Мөстәҡим ҡыҙы етәкләгән бригадала 10 кеше эшләй, почтальондарҙың күпселеге йәштәр. Әңгәмәсебеҙ уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Кешеләр менән һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә булырға өндәй.
Әлбиттә, әңгәмәсебеҙгә гәзиттәрҙең яҙмышы, тираждар тураһында ла һорауҙарҙы бирергә ашыҡтыҡ. Халыҡтың баҫмаларға ҡарата битарафлана барыуын уйлап, элекке гәзит тулы сумкаларҙы хәтерләп алғас, Фәниә апай кешенең барыбер ҙә рухлы булып ҡалырына өмөттәрен дә белдерҙе.
– 4-енән 14 октябргә тиклем гәзиткә яҙылыу декадаһын ойошторабыҙ. Әлбиттә, иң тәүҙә электән үк яҙылып килгәндәргә барабыҙ, ә кемдәр әлегә әүҙем түгел, уларҙың йәшниктәренә үҙебеҙҙең телефон һандарын ҡал-дырып китәбеҙ һәм шылтыратыу алғас, барып етәбеҙ, – ти Фәниә Мөрсәлимова.
Хат яҙышыуҙы онота барһаҡ та, «Рәсәй почтаһы» йылдан-йыл камиллаша, үҙенә яңынан-яңы һө-нәрҙәр үҙләштерә, тормошобоҙҙоң таянысы булып ҡала. Редакция менән гәзит уҡыусыны тоташтырыусы ла – почтальондар. Аралар ғына өҙөлмәһен.