Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2018, 10:42

Һай, әүҙем дә инде Сәкинә инәй!

Оло быуын вәкилдәренең тоғролоғо, әүҙемлеге һәр ваҡытта ла хайран ҡалдыра. Күпме йылдар буйы бер урында эшләп, татыу ғаилә ҡороп, шул ғаилә тарихын ҡартайғансы матур дауам итеп, әле лә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, бер ваҡиғаға ла вайымһыҙ ҡалмай, үҙ фекере менән һәр саҡ бүлешеп, ғүмер юлының көҙөн кисерә улар.

Оло быуын вәкилдәренең тоғролоғо, әүҙемлеге һәр ваҡытта ла хайран ҡалдыра. Күпме йылдар буйы бер урында эшләп, татыу ғаилә ҡороп, шул ғаилә тарихын ҡартайғансы матур дауам итеп, әле лә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, бер ваҡиғаға ла вайымһыҙ ҡалмай, үҙ фекере менән һәр саҡ бүлешеп, ғүмер юлының көҙөн кисерә улар.
Олатай-өләсәйҙәр эргәһендә бө-төнләй икенсе донъя шул, эш иркә-ләнеүҙә лә түгел, ә уларҙың төплө тормош фәлсәфәһендәлер. Оло ке-шеләрҙең арабыҙҙа булыуы – беҙгә ҙур терәк, улар үҙҙәренең үткәндәренән сығып, бер һүҙ менән дә ярҙам итеп, ҡанатландырып ҡуйырға мөмкин.
Әүҙем инәй-бабайҙарға килгәндә, кемдер сит илдәргә сәйәхәт итергә ярата, хатта хәүефле спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Ә бына Стәрлетамаҡ ветерандар советы ағзаһы Сәкинә Ғабдулла ҡыҙы БАЙРАМҒОЛОВА үҙенең тулы тормошта йәшәүен башҡа өлкәлә иҫбатлай. Ололар көнөндә, Еңеү көнөндә ветерандар советы составында бүләк-тәр тапшырыуға, саралар ойоштороуға үҙ көсөн индерә. Эшкә иплелеге, яуаплылығы менән һоҡландыра. Хәйер, бер урында – икмәк комбинатында 35 йылға яҡын эшләп, ҡала халҡының өҫтәлдәренә төп аҙыҡты – йылы икмәкте әҙерләүе үҙе үк күпте һөйләйҙер.
– Тәүҙә технолог, һуңынан мастер, ә хаҡлы ялға инженер дәрәжәһендә сыҡтым. Беҙ эшләй башлағанда күпселек хеҙмәтте ҡул менән башҡарҙыҡ, әле унда күп мәшәҡәтте заманса технология үтәй. Һәр саҡ әүҙем булырға тырыштым, бихисап йәмәғәт эштәрен башҡарҙым, был әүҙемлегем әле ветерандар араһында ҡайнап йәшәргә мөмкинлек бирә. Әлеге йәштәрҙә лә шундай әүҙемлек сағылһын ине, бигерәк тә уларға эш булыуын теләр инем, эшләһендәр, тырышһындар, – ти Сәкинә инәй матур тормошо хаҡында.
Нисек кенә булмаһын, элек тә йәштәр бар яҡлап та өлгөргән. Кистәрен, мәҫәлән, күмәкләшеп концерттарға йөрөгәндәр. Шулай итеп, Рамазан Йән-бәковтың концертында мәҡәләбеҙҙең геройы Ринат Кинйәмырҙа улын осратып, ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер биргәндәр.
– Бабайығыҙҙың ҡулынан килмәгән эше юҡ, барыһын да йәһәт кенә эшләй ҙә ҡуя. Үҙенсәлекле пар булғанбыҙҙыр инде, беҙгә ҡарап серле йылмайып, һеҙҙең мөхәббәт бар тип, оялтып та китәләр ине, – ти инәй тормошона ҡәнәғәтлек белдереп.
Үкенескә ҡаршы, ҡулынан килмәгән эше юҡ Ринат ағайҙы был көндө осрата алманыҡ, балыҡ ҡармаҡларға киткән булып сыҡты. Ә бабайын һағынып көтөп ултырған Сәкинә инәйҙең бәләкәс кенә ойоҡбаш бәйләүенә тап булдыҡ. Бына шулай һөнәрле, мөхәббәтле пар улар.
– Яҡындарымдың бер кемен дә йөн ойоҡһоҙ ҡалдырғаным юҡ. Сигеү сигергә, ырғаҡтар менән бәйләргә лә яратам, ошо бәйләмдәремә күңелемдә-ге барлыҡ изге теләктәремде ҡушып бүләк итәм, – ти үҙенең шөғөлдәре тураһында Сәкинә Байрамғолова.
Арабыҙҙа йылы ойоҡбаштар ҙа, күңел йылыһын да, бай тормош тәжрибәһен дә өләшеүсе инәй-бабайҙар күберәк булһын ине. Ә беҙгә уларға йылы һүҙҙәр, ихтирам менән яуап биреп, был йылылыҡты һүндермәҫкә һәм һаҡлап ҡалырға кәрәк.
Читайте нас