Стәрлетамаҡта 24 сентябрҙән 25 октябргә тиклем көҙгө өмәләр айлығы бара. Уның сиктәрендә 29 сентябрҙә ҡалабыҙҙың күп кенә территориялары сүп-сарҙан таҙартылды ла инде. Был юлы экологик дөйөм ҡала өмәһендә
4 мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашты. Ҡала урамдарына йәмғеһе 289 үҫенте ултыртылды, 105 тонна ҡый сүплеккә
Әйткәндәй, һәр йылдағыса Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов был изге эштән ситтә ҡалманы. Етәксе, ҡала халҡын өмәгә әйҙәп, видеояҙма аша ла мөрәжәғәт итте.
Традицияға ярашлы, көҙгө өмәләрҙә предприятиелар һәм ойошмаларҙың хеҙмәт коллективтары, эшҡыуарҙар, студенттар һәм ҡалабыҙ тормошона битараф булмаған, урамдарыбыҙға ҡот һәм йәм өҫтәлһен тип йәшәгән һәр кем ҡатнаша.
Стәрлетамаҡ – Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә төҙөк ҡалалар иҫәбендә килгән иң матур муниципалитеттарҙың береһе. Ошо ҡалала йәшәгән һәр кем өсөн дә ул – уртаҡ йортобоҙ, шуға күрә уны өмәләрҙә генә түгел, көндәлек тормошобоҙҙа иң таҙа, иң матур ҡала итеү – коммуналь хеҙмәттәрҙең генә түгел, һәр ҡайһыбыҙҙың да бурысы икәнлеген онотмайыҡсы, йәмәғәт!