Граждандарҙы һаҡлау секторы автономлы янғынды иҫкәртеү ҡоролмаларын алыуға ғаризалар һәм документтар ҡабул итә башланы.
2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балалары булған ғаиләләр янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар алыуға хоҡуҡлы.
Заявка биреү өсөн 8 октябрҙән 15-енә тиклем граждандарҙы һаҡлау секторына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙегеҙ менән шәхесте билдәләүсе документ (паспорт) һәм баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығын килтереү мотлаҡ.
Белешмә өсөн телефон: 24-24-70.