Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
12 Октябрь 2018, 04:34

Салауат Юлаев премияһы – Салауатта!

Башҡортостандың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм журналистар араһында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге БР Хөкүмәте премияһының быйылғы лауреаттары билдәләнде.

Тәүге юғары наградаға “Ғәмәл дәфтәре” шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн яҙыусы, “Ағиҙел” әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының проза бүлеге мөхәррире Салауат Әбүзәров, “Арҡайым” балеты өсөн композитор, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилева һәм “Кремль балеты” театрының художество етәксеһе – баш балетмейстеры Андрей Петров, “Салауат күпере” ижади проекты өсөн рәссам, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Рифҡәт Арыҫланов лайыҡ булды.
Журналистар араһындағы премияға килгән-дә, ул милли рухҡа арналған 30-ҙан ашыу публицистик мәҡәләләре өсөн “Киске Өфө” гәзите хәбәрсеһе Миләүшә
Ҡаһарманова, тарих һәм күренекле шәхестәр тураһында радиотапшырыуҙары өсөн “Юлдаш” радиоһы комментаторы Венера Ситдиҡова, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының һәм генерал М. Шайморатовтың данлы юлын даими яҡтырт-ҡаны, нефть һәм газ сәнәғәте тарихына арналған мәҡәләләрен матбуғатта даими баҫтырғаны һәм “Башкирская нефть и ее первопроходцы” китабы өсөн Энгель Зәйнетдиновҡа тапшырылды.
Читайте нас