Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2018, 08:31

Радий ХӘБИРОВ: “Мин республика һәм уның халҡы ихтыяжынан сығып эш итәсәкмен”

Билдәле булыуынса, Рөстәм Хәмитов отставкаға китте, РФ Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Радий Хәбировты тәғәйенләне. Радий Фәрит улы яңы вазифала бер нисә көн генә эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙен булдыҡлы етәксе итеп күрһәтеп тә өлгөрҙө.

Радий Хәбиров беҙҙең республика өсөн ят кеше түгел. Ул 1964 йылда Ишембай районы Һайран ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт юлын 17 йәшендә Ишембай транспорт машина төҙөү заводында фрезеровщик ярҙамсыһы булып башлаған. 1982-1984 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт иткән, аҙаҡ БашДУ-ның юридик факультетында белем алған, уҡыуын тамамлағас та шунда уҡ дәүләт хоҡуғы кафедраһында ассистент булып эшләй башлаған. Төркиәлә магистратурала уҡый. 1994 йылда Өфөгә ҡайтып, БашДУ-ның юридик факультетында тәүҙә өлкән уҡытыусы, ә 1998-2002 йылдарҙа декан урынбаҫары булып эшләй. Киң йәмәғәтселеккә ул 2002 йылда БашДУ-ның Хоҡуҡ институтын етәкләгәс билдәле була. 2003-2008 йылдарҙа Радий Хәбиров Башҡортостан Пре-зиденты Хакимиәтен етәкләй. Артабан РФ Президенты идаралығында эш башлай. 2009-2016 йылдарҙа РФ Президентының эске сәйәсәт буйынса идара начальнигы урынбаҫары була. Ә 2016 йылда иһә Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһы башлығы итеп тәғәйенләнә.
Яңы вазифала тәүге эш сәфәре менән Радий Хәбиров “Башнефть” компанияһы предприятиеһында булды. Компания идараһы рәйесе Андрей Шишкин менән бергә ул “Новайл”да водород етештереү ҡулайламаһын, “Башнефть” – Өфөнефтехим” нефть эшкәртеү заводында биологик таҙартыу ҡоролмаларын ҡараны.
Радий Хәбиров был көндәрҙә үҙен бар яҡлап та иғтибарлы итеп танытты. Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты һәм Мортаза Ғөбәйҙулла улының етәкселек иткән йылдарын социаль-иҡтисади йәһәттән юғары баһаланы. Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин, митрополит Никон менән дә осрашты, Өфөләге өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтарҙың йорт-интернатында булып, шәфҡәт туташтары менән дә аралашты. Йәштәргә лә иғтибарын бүлергә ваҡыт тапты. Мәҫәлән, Өфө дәүләт техник университетының Йәш-тәр технопаркында булып, тикше-ренеүсе егет-ҡыҙҙар менән һөйләште, уларҙың киләсәккә ҡорған пландары менән ҡыҙыҡһынды һәм фәнни-техник ижадтарына уңыштар теләне.
Йәмәғәтселек, белгестәр Радий Хәбировтың тәүге эшлекле сәфәрҙәр-осрашыуҙарынан уҡ республикабыҙ-ҙың яҡты киләсәге төҫмөрләнеүен билдәләне, ҙур өмөттәр бағланы.
Читайте нас