Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2018, 12:56

Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙы беләһеңме?

Стәрлетамаҡ Бөтә Рәсәй “Ҙур этнографик диктант” акцияһына ҡушыла. Сара 2 ноябрҙә БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында үтәсәк. Диктант этнографик белем кимәлен баһаларға мөмкинлек бирәсәк.

Стәрлетамаҡ Бөтә Рәсәй “Ҙур этнографик диктант” акцияһына ҡушыла. Сара 2 ноябрҙә БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында үтәсәк. Диктант этнографик белем кимәлен баһаларға мөмкинлек бирәсәк.
Диктант яҙыуҙа белем, гражданлыҡ, дин һәм йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Русса белгән һәр кем ҡатнаша ала. Диктанттың заданиелары 30 һорауҙан торасаҡ. Диктант яҙыу өсөн 45 минут бирелә. Иң юғары баһа – 30 балл.
Рәсәйҙә масштаблы акция өсөнсө йыл рәттән уҙғарылып килә. 2017 йылда сара халыҡ-ара статусын алды – унда ҡатнашыуға БДБ илдәре лә ҡушылды. Былтыр диктантты Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә 2600 майҙанда йәмғеһе 367 мең кеше яҙғайны. Башҡортостанда акцияға ике меңләп кеше ҡушылды.
Читайте нас