Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2018, 08:18

Ҙур еңеүҙәр яулар өсөн...

А. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы һәм Стәрлетамаҡ олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уртаҡ территорияһында яңы спорт-уйын майҙансығы асыласаҡ.

А. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы һәм Стәрлетамаҡ олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уртаҡ территорияһында яңы спорт-уйын майҙансығы асыласаҡ.
Төҙөлөш “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә алып барыла.
Майҙан ҡалала күп функциялы спорт саралары, форумдар, фестивалдәр һәм байрамдар уҙғарыу өсөн үҙгәртеп ҡорола. Унда 10 махсус гимнастика ҡоролмаһы булған тренажер беседкаһы буласаҡ, роликтарҙа йөрөүселәр өсөн юл түшәләсәк, 150 урынлы мобиль эскәмйә ҡуйыласаҡ.
Быға тиклем “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә ҡалала әлеге йүнәлештә күп функциялы спорт майҙандары, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары булдырылды һәм шулай уҡ велосипедсылар өсөн юлдар һалынды.
Читайте нас