«ЗАЗ Шанс»ты 24 йәшлек йәш ир йөрөтөп китеп барған булған, машина эсендә шулай уҡ 3 йәшлек сабый ҙа булған. Бәрелеш һөҙөмтәһендә бала ҡаты йәрәхәттәр алған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы малайҙы дауаханаға алып барып өлгөрмәйҙәр юлда йән бирә.
Бынан алда, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошо шарттары боҙолоуы, юл өҫтө боҙ менән ҡапланыуы һәм томан күтәрелеүе тураһында хәбәр иткәйне. Ысынлап та, һауа шарттары юлда йөрөүгә ныҡлы тәҫир итте, сөнки иртә менән туң ергә бер аҙ яуып үткән ямғыр нәҙек кенә боҙ ҡатламын барлыҡҡа килтерҙе. Бәлки был бөтә яҡтарҙа ла булмағандыр, әммә Стәрлетамаҡ һәм Толбазы ауылы араһындағы трассала юл ситенә тайып төшөүселәр, төкәлешеп ултырыусылар күп булған. Был ваҡиғанан һуң социаль селтәрҙәрҙә «Хәҙер аңлағанһығыҙҙыр, ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә ваҡыт еткәнен?» тип комментарийҙар ҡалдыра башланылар. «Ундай боҙҙа бер ниндәй ҙә шиптар ҡотҡармаясаҡ, дистанция тоторға һәм тиҙлекте арттырмаҫҡа кәрәк» тейеүселәр ҙә бар. Кемдең ниндәй ҡайғы, тигәндәй «Ш», йәғни тәгәрмәстең тырнаҡлы булыуы тураһында хәбәр итеүсе билдә лә күптәрҙең башын ҡайғырта. Ҡуйырғамы, ҡуймаҫҡамы? Төп һорау, бындай билдә булмаһа инспекторҙар штраф һаласаҡмы? Был ҡағиҙәне алып ташлау буйынса әлегә закон үҙгәртеүгә ҡул ҡуйылмаған, тимәк инспекторҙар штраф һала ала, шулай ҙа был билдәгә быйылдан башлап ныҡлы ҡарамаясаҡтар.