Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаевҡа Башҡортостан Башлығы Хакимәтендә вазифа бирелде. Радий Хәбиров үҙенең бойороғо менән уны ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ етәксеһе итеп тәғәйенләне. Алдан был вазифаны Данил Азаматов биләне.