Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2018, 09:15

Фатир һәм йорт хужалары яуаплы булмаясаҡ

Энергия һәм коммуналь иҫәпләү приборҙарын техник хеҙмәтләндереү өсөн фатир һәм йорт хужалары яуаплы булмай.

Һыу, йылытыу һәм электр ҡорамалдарының төҙөклөгө өсөн уларҙы урынлаштырған ойошмалар яуап бирә. Улар үҙаллы гарантия ваҡытын, приборҙарҙың төҙөклөгөн тикшереп барырға бурыслы. Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев ошо туралағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Документты төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы әҙерләгән.
Читайте нас