Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2018, 09:04

Ҡыҫҡартыуға әләккәндәргә яңы һөнәр

Ҡыҫҡартыуға эләккән хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу өсөн 2024 йылға тиклем 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Аҡса "Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллекте үҫтереү" милли проекты сиктәрендә бирелә.

Проект һынау рәүешендә Башҡортостанда ла тормошҡа ашырыла. Программа буйынса предприятиеларҙа кадрҙар ресурсын һөҙөмтәлерәк ҡулланыу, йәғни, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү ҡарала. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн уҡытыуҙар, курстар ойошторола. Киләсәктә был проектҡа 100-ҙән ашыу предприятие йәлеп ителәсәк. Әле республикала ошо программа буйынса 2 мең самаһы кеше уҡыған. Проект сиктәрендә мәшғүллек хеҙмәтен камиллаштырыуға 39 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Уның төп өлөшө федераль бюджеттан бүленә.
http://yuldashfm.ru/ba/honrleg-eshhezlek-yanamay
Читайте нас