“Стәрлетамаҡ-печать” аша ярты йылға яҙылыу хаҡы – 600 һум, пенсионерҙар өсөн – 558 һум; “Рәсәй почтаһы” аша 686 һум 10 тин, пенсионерҙарға – 617 һум 28 тин; редакция аша – 580 һум, килеп алыусыларға – 342 һум.
Әйткәндәй, 3 декабрҙән 13-енә тиклем “Рәсәй почтаһы” бүлексәләрендә матбуғат баҫмаларына яҙылыу ун көнлөгө уҙғарыла. Ошоға бәйле, 3 декабрҙә 11:00-15:00 сәғәткә тиклем 100-сө бүлексәлә «Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө» үткәрелә. Бында яратҡан баҫмаларығыҙға ташлама менән яҙылырға мөмкин.