Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2018, 10:58

Һәр һыйырҙан һауым 5 мең килограмдан ашҡан

Бөгөнгә Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары һәр һыйырҙан уртаса 5020 килограмм һөт һауып алған (былтырғы кимәлгә ҡарата +284 килограмм), тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.
Учалы районында был күрһәткес 8000 килограмға яҡынлаша, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондарында — 6000 килограмдан ашыу. «Байрамғол» һәм «Уңыш» кеүек алдынғы һөт фермалары ошо райондарҙа урынлашҡан.
Төбәк тәүге тапҡыр биш мең килограмм кимәлен 2017 йылда үткән.
http://www.bashinform.ru/news/1247236-v-bashkirii-nadoi-prevysili-5-tys-kg-na-korovu/
Читайте нас