Бюджеттың аҙаҡҡы параметрҙары шундай: килем – 175,6 миллиард, сығым – 195,6 миллиард һум. Планлаштырылған дефицит үҙгәрмәй һәм 20 миллиард һум тәшкил итә. Дәүләт Йыйылышының ошо йылдағы һуңғы ултырышы 20 декабрҙә уҙа, депутаттар унда финанс документын раҫларға тейеш.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан һуңғы өс йылда тәүге тапҡыр йылды дефицит менән ябырға ниәтләй. 2016 йылды республика — 12,5 миллиард, 2017-лә 10 миллиард профицит менән япты, ә быйыл, төрлө баһалар буйынса, профицит 3-5 миллиард тәшкил итәсәк.
Башҡортостан нисек аҡса эшләргә һәм уны нисек тотонорға уйлай – ошо хаҡта беҙҙең «Башҡортостан бер йылда 172 миллиард һум эшләй» һәм «Башҡортостанда бюджет аҡсаһын нимәгә тотоналар?» проекттарында уҡығыҙ.