Радий Фәрит улы тыуған ауылы, хеҙмәт юлын башла-ған предприятиела булып, хәтирәләре менән бүлеште. Республика етәксеһе тыуған районының үҫешен күреп, бер яҡтан ҡыуанһа, етешһеҙлектәр менән танышҡанда борсолоуҙарын да йәшермәне. Ишембай ҡалаһының Кузьминовка биҫтәһендә, мәҫәлән, инфраструктураны яҡшыртырға кәрәк.
– Һыу үткәреү өсөн проект бар, тимәк, киләһе көҙ был мәсьәлә хәл ителәсәк, тип килешәйек, газ менән тәьмин итеү буйынса “Газпром” компанияһы вәкилдәре менән һөйләшеү алып барасаҡбыҙ, ә бына ныҡлы юл менән ҡабаланмай торайыҡ, сөнки уны ауыр төҙөлөш техникалары емереп бөтәсәк, шуға башта ваҡытлысаһын түшәргә тура килер, – тип вәғәҙәләне Радий Фәрит улы осрашыуға килгәндәргә.
Күршеләрҙә тиҙ арала сиселергә тейеш мәсьәләләр һыу-газ менән генә тамамланмай икән. Мәҫәлән, Радий Хәбиров Ишембай ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһының элекке ятағында йәшәүселәрҙең проблемаһы менән дә танышты. Баҡтиһәң, банкрот тип танылған предприятиеның ятаҡ бүлмәләре һатылған һәм хәҙер унда йәшәүселәр ҡайҙа барырға белмәй. Килеп тыуған хәл буйынса республика етәксеһе тиҙ арала мәғлүмәт туплап тапшырырға ҡушты һәм ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
Ә бына Ишембай бала табыу йорто 1951 йылда һалынған һәм, үкенескә ҡаршы, заманса медицина талаптарына яуап биреп бөтмәй. Шуға ҡарамаҫтан, бында буласаҡ әсәләр хатта Стәрлетамаҡтан да бара икән. “Табиптар иғтибарлы”, – тип аңлата, мәҫәлән, әлеге аҙымын бер йәш ҡатын.
– Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ, – тигән план менән бүлеште Радий Хәбиров.
Артабан ул күп функциялы үҙәк бүлексәһе, Өфө дәүләт нефть-техник университетының Ишембай филиалында, “Инман” һәм “Витязь” предприятиеларының эше менән танышты. Ә тыуған ауылы Һайранда булғанда, ауылдаштары уға газ һәм башҡа проблемалар хаҡында ғына һөйләп ҡалманы, ә Радий Фәрит улының үҙенең хәлдәрен һорашты.
– Тыуған ауылымда ҙур малсылыҡ фермаһы төҙөргә тигән ҡарарға килдем, был аҙым урында эш проблемаһын хәл итәсәк, – тип ҡыуандырҙы ул яҡташтарын.
Петровск ауылында ул етемдәр йортонда, ремонт талап ителгән дауаханала булып үтте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Радий Фәрит улы балалар йорто тәрбиә-ләнеүселәренең уҡыуҙағы уңыштары менән дә танышып, уларҙың Яңы йыл байрамын да ҡарап өлгөрҙө.
Ә бына балалар менән хушлашыуға Башҡортостан етәксеһен ололар көтөп тора ине инде: Әрмет-Рәхим ауылында мәктәп бынан бер нисә йыл элек ябылған, өйҙәрҙә газ юҡ, ике ауылға – бер фельдшер. Хәйер, ул ФАП ҡараған Петровск дауаханаһының үҙенең проблемалары ла етерлек: бинаға тиҙ арала ремонт талап ителә, койка-урындар аҙ, хатта дауаханаға ятыр өсөн ай буйына сират көткән саҡтар ҙа йыш күренеш һәм, иң мөһиме, бында “теш дауалаған, күҙ ҡараған” тар белгестәр генә түгел, хатта терапевт та етешмәй.
– Ишембайҙа медицина кадрҙары буйынса эштәр ҡатмарлы, әммә был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам буласаҡ, тәү сиратта, дауаханаға табиптарҙы йәлеп итәсәкбеҙ, – тип аныҡлыҡ индерҙе Радий Фәрит улы.