Был уйында 6 кешегә бәхет йылмайҙы, ә супер-приз – велосипед Лазурная урамындағы 5-се йортта йәшәүсе М. Ғирфа-новаға эләкте. Коммунистик урамындағы 90-сы йортта йәшәүсе Шәрипова Сажиҙә апай ҡалын юрған, Вәлиева Фәһимә апай (Сазонов урамы, 30) – дөйә йөнөнән юрған, Л. Яппарова (Голиков урамы, 7-се йорт) – кеҫә телефоны, электрон гәзиткә яҙылыусы Алина Ғәләүетдинова плед отһа, ҡаланың 3-сө башҡорт-лицей интернатына сәйнүк эләкте. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!