Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
19 Март 2019, 09:02

Ҡурайҙы юлдаш иткән Роберт Юлдашев

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт ЮЛДАШЕВ үҙенең “Ҡурайсы” этно-төркөмө менән нәҡ беҙҙә – Стәрлетамаҡта сығыш яһай икән. Концерт Ҡала мәҙәниәт һарайында киске сәғәт 7-лә башлана. Тамашала шулай уҡ “Guzal-dance” проектының сағыу сығыштары көтөлә.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт ЮЛДАШЕВ үҙенең “Ҡурайсы” этно-төркөмө менән нәҡ беҙҙә – Стәрлетамаҡта сығыш яһай икән. Концерт Ҡала мәҙәниәт һарайында киске сәғәт 7-лә башлана. Тамашала шулай уҡ “Guzal-dance” проектының сағыу сығыштары көтөлә.
...Ошо мәғлүмәтте күргәс, бер генә мәлгә уйлана төштөм. Хәҙер бит ниндәй генә шоуҙар юҡ та, ниндәй генә тамашалар тәҡдим итмәйҙәр. Был тамашаны ла сираттағы шоу, сираттағы концерт тип уҡып үтергә булыр ине. Тик... Уйлай китһәк, ошо бер нисә сәғәт барған концерттың эстәлеге лә, маҡсаты ла бер ҡалыпҡа һалынған башҡа “шоу-моуҙарҙан” айырыла икән дә. Ҡурайыбыҙҙың илаһи моңо менән һуғарылған тамаша музыкаль донъяла, йыр-бейеүҙәр илендә гиҙергә генә форсат бирмәй, ә милли ҡоралыбыҙҙың тауышын тыңлағанда берсә тетрәнеп, берсә һоҡланып, тарихыбыҙға бағабыҙ. Ҡурайҙың бер осононан моң тамһа, икенсеһәнән ҡан тама, тиҙәр шул... Әлеге концерт тураһында һүҙ йөрөткәндә ошолар хаҡында ла уйланырға кәрәктер. Һүҙ ҙә юҡ, һәр сығыш күңелгә көс, дәрт бирә. Ә бына халҡыбыҙҙың илаһи ҡурай моңон донъяуи кимәлгә күтәреүселәрҙең береһе Роберт Юлдашевтың сығышы был йәһәттән ошо сифаттарға өҫтәп, рухи аҙыҡ та өләшә, минеңсә. Шуға әлеге тамашала оло быуын менән бергә, һис шикһеҙ, йәштәр урын алыуы ла ҡиммәттер. Күберәк уларҙың күңелендә орлоҡ сәсеп ҡалдырырға кәрәк бит. Әйткәндәй, Роберт Юлдашевтың сәнғәт донъяһындағы төп маҡсаттарының береһе нәҡ ошоға ҡайтып ҡала. Кем нимә тиер, бындай тамашаларҙан милләттәштәр ситтә ҡалмаһын ине.
Читайте нас