– Заһир, һуңғы арала социаль селтәрҙәрҙә, телевидениела һи-нең исем менән бәйле бик күп яңылыҡтарға юлығырға мөмкин.
– Әле гимназияла уҡығанда егеттәр менән йыш ҡына бәхәсләшә торғайныҡ: ҡурай моңо менән шоу эшләп, донъя кимәленә сығарып буламы? Баҡтиһәң, була икән дә!.. Кеше, киреһенсә, халыҡ моңона һыуһаған, тик шул музыканы заманса итеп эшкәртеп, дәртле итеп еткереү генә шарт. Тамашасының ижадым менән ҡыҙыҡһыныуы, минеңсә, тәү сиратта ошоға ҡайтып ҡала.
– Һүҙ ҙә юҡ, ҡурай менән шоу-концерттар эшләп булалыр. Тик технологияларҙан тыш һинең һымаҡ тиҫтәнән ашыу музыка ҡоралында уйнай белгән, оҫта бейеүсе, төрлө акробатик күре-нештәр башҡарыусы егеттәр ҙә кәрәк бит әле бының өсөн!
– Аллаға шөкөр, талантлы, бай рухлы, матур тәрбиә биргән ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайымдың бейеүгә, сәхнә образы өҫтөндә эшләргә өйрәтеүҙәре аша килдем ижадҡа. Беҙҙең нәҫелдең йөҙҙән ашыу кешенән торған үҙ ҡумыҙсылар ансамбле бар! Ошо ысынбарлыҡты ғына күҙ уңында тотҡанда ла, башҡорт моңо ҡаныма һеңгәндер.
– Талант янында тырышлыҡтың да булыуы шарт...
– Әле бала саҡта сәхнә йондоҙо бу-лам тип, артистарҙың сығыштарынан торған төрлө видеояҙмалар ҡарай инем. Бер мәл шундай яҙмалар араһында Стәрлетамаҡ бейеү театры егеттәренең һыу сәсрәтеп бейегәнен күрҙем. Күрҙем дә шунда сағылған оҫталыҡҡа ғашиҡ булдым, шул яҙмала сағылған рух менән дәртләндем һәм эх, ошо театрҙа бейергә ине тип, хыяллана башланым. Хыялым тормошҡа ашты! Ҡасандыр телевизорҙан ҡарап һоҡланған артистар менән бергә ике йыл эшләнем. Ә быға тиклем театрға нигеҙ һалыусы Хәлил ағай Ишбирҙин менән танышып өлгөргәйнем инде.
Дөрөҫөн әйткәндә, минең өсөн ҙур сәхнә тормошо – Стәрлетамаҡтан башланды. Көндөҙ репетиция, кисен концерт, шулай ике йыл тормош һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Иң мөһиме: бейеү театрында бейеү серҙәренә ге-нә түгел, ныҡышмалыҡҡа, тырышлыҡ-ҡа нығыраҡ өйрәндем. Ғөмүмән, Стәрлемаҡта сығыш яһауы миңә һәр саҡ айырыуса тулҡынландырғыс һәм ҡәҙерле булып ҡала.
– Заһир, һине ошо көндәрҙә үткән ғүмер байрамың менән ҡот-лап, шундай һорау ҙа бирге килә: 25 йәш тулды, Башҡортостандың төп сәхнәһендә ике йыл рәттән зал тултырып концерт эшләнең, “Ютуб”тағы сығыштарыңды ла меңәрләгән кеше ҡарай, хеҙмәтең өсөн хатта республика тарафынан билдәләнеп тә өлгөрҙөң, кешеләр йылдар буйы килгән кимәлгә һин бер нисә йыл эсендә ирештең, ә артабан нимә көтөргә һуң?
– Ысынлап та, 25 йәшемде шәп команда ярҙамында Өфөлә кон-цертым менән ҡаршыланым. Тик артабан мин Башҡортостан буйлап гастролдәремде тамамлайым. Әлбит-тә, бер һалынған һуҡмаҡты артабан да тапарға булыр ине, ай һайын бер үк сәхнәгә сығырға... тик мин ундай кеше түгелмен. Хәҙер үҙемә яңы планка ҡуям, Европа һәм Азияны яуларға, донъя кимәлендә эшләргә йыйынам.
– Был хыял һымаҡ яңғырай, тик ҡасандыр Стәрлетамаҡ бейеү театрында ла бейергә хыяллан-ғанһың ғына бит. Иң мөһиме, ниндәй сәхнәлә булһа ла әлеге асылыңа тоғро ҡалырһың тип өмөтләнәбеҙ.
– Башҡорт моңон донъя кимә-лендә нығытыуҙа эштәр күп әле...