"Стәрлетамаҡ гүзәле - 2019" конкурсының һайлап алыу өлөшө тамамланды, бәйгелә артабан ҡатнашыу хоҡуғын ете конкурсант алды. Улар менән танышып үтәйек һәм редациябыҙ ойошторған интернет тауыш биреүҙә ҡатнашып "Ашҡаҙар гүзәле - 2019" исемен яулаусыны һайлап алайыҡ.
Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының театр бүлеге студенткаһы, Ғафури районы һылыуы Хисмәтова Нәзифә.
Маҡсатым минең изге: "Киләсәктә Башҡортостаныма кәрәкле кеше булыу".
Тормош девизы: "Һәр ваҡыт алға, ҡарамаҫҡа артҡа!"
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы юридик факультеты студенткаһы, Ишембай ҡалаһы ҡыҙы Ваһапова Луиза.
Минең хыялым: Ысын кеше булыу был ерҙә. Тыуған илгә, тыуған ергә тоғро хеҙмәт итергә.
Тормош девизы: Гел-гел алға атларға, илар саҡта иламайса имәндәй түҙергә.
Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының театр бүлеге студенткаһы, Әлшәй районы һылыуы Һәүбәнова Наҙгөл.
Тормош девизы: "Хаталар ҙа булыр тормошоңда, тик тормошоң хата булмаһын"
Маҡсат: "Киләсәктә үҙемде театр актрисаһы итеп күрәм. Башҡорт театрында сағыу, үҙенсәлекле рольдар уйнап, халҡыбыҙҙың сәнғәтен үҫтереүҙә үҙемдең өлөшөмдө индергем килә".
Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжының туризм бүлеге студенткаһы, Стәрлетамаҡ районы һылыуы Зинһаретдинова Ынйы.
Тормош девизым: "Иң юғары бейеклектәр яулау!"
Хыялым: "Cит илдәргә сәйәхәт ҡылыу".
Муниципаль автономиялы 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы, Стәрлетамаҡ һылыуы Әхмәтова Айһылыу.
Тормош девизым: "Тыштан ғына түгел, ә күңелем менән дә матур булыу".
Минең хыялым: "Бейеү аша башҡорт бейеүҙәрен донъя кимәленә күтәреү".
Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы, Стәрлетамаҡ һылыуы Хөснитдинова Әлиә.
Тормош девизы: "Хыялдар һауала осҡан ҡоштарҙан етеҙерәк, уларҙы ысын итергә ынтыл".
Минең хыялым: "Тормош юлымда кем генә булһам да, кешеләрҙен күңелен бейеүҙәрем, йылы һүҙҙәрем аша, ә тәндәрен табиб булараҡ дауаларға теләйем".
Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының йыр бүлеге студенткаһы, Баймаҡ һылыуы Ҡасҡынова Гөлсөм.
Тормош девизы: « Изге уйҙа булырға һәм үҙ көсөнә ышанырға»
Минең хыялым: «Киләсәктәге хыялым тормошомдо сәнғәт юлы менән бәйләү»
Тауыш биреү өсөн баш биткә сығып rbsmi.ru/ashkadar, унда түбәндәге һүрәттә ҡыҙыл менән билдәләнгән урында тауыш бирә алаһығыҙ. Бәйгеселәргә уңыштар теләп ҡалабыҙ!