Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
24 Май 2019, 09:51

Юл ябыла

24 майҙа «Яҙғы бал» репетицияһын уҙғарған ваҡытта 16-00–19-00 сәғәттәрҙә түбәндәге йүнәлештәр буйынса авто-транспорт хәрәкәте ябыла:

24 майҙа «Яҙғы бал» репетицияһын уҙғарған ваҡытта 16-00–19-00 сәғәттәрҙә түбәндәге йүнәлештәр буйынса авто-транспорт хәрәкәте ябыла:
– Фестиваль урамында 3-сө йорттан алып 9-сы йортҡа тиклем; Суворов урамында 12-се йорттан алып Пионер урамы менән киҫешкән өлөшөнә тиклем; Туҡаев урамынан «Сода» ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанға сығыу урыны.
25 майҙа Ҡала һәм Химиктар көнөн байрам иткән көндә түбәндәге йүнәлештәр буйынса хәрәкәт ябыла:
8-00–15-00 сәғәттәрҙә Ленин проспекты буйлап Яҡутов урамы менән киҫешкән ерҙә ҡулса аҙағына тиклем; 15-00–22-00 сәғәттәрҙә Голиков урамындағы 1-се йорттан алып Ленин проспектындағы 32-се йортҡа тиклем; 16-00–18-00 сәғәттәрҙә «Сода» мәҙәниәт һарайы алдында (Тукаев урамы, 9) Фестиваль урамында 3-сө йорттан 9-сы йортҡа тиклем; Суворов урамында 12-се йорттан алып Пионер урамына тиклем; 15-30–23-30 сәғәттәрҙә Имай Насыри урамындағы 1-се йорттан алып Октябрь проспекты менән киҫешкән ергә тиклем; Октябрь прос-пектындағы 33-сө йорттан алып Курчатов урамы менән киҫешкән ергә тиклем; 19-00–23-30 сәғәттәрҙә Октябрь проспекты буйлап Курчатов урамы менән киҫешкән урындан алып «Мәңгелек ут» һәйкәле янындағы ҡулса бөткән ергә тиклем; Имай Насыри урамының 1-се йортонан алып ӨДНТУ ҡоймаһының төньяҡ-көнсығыштағы мөйөшөнә тиклем.
Читайте нас