Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 09:05

Алло, Путин тыңлай!

20 июндә ил етәксеһе халыҡ менән “тура бәйләнеш”кә сыға. Президент менән тура бәйләнеш Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 12-лә башлана.

20 июндә ил етәксеһе халыҡ менән “тура бәйләнеш”кә сыға. Президент менән тура бәйләнеш Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 12-лә башлана.
Дәүләт Башлығы граждандарҙың төрлө өлкәгә ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирәсәк. Беренсе канал, “Рәсәй – 1”, ”Рәсәй 24”, “НТВ”, “МИР”, “ОТР” телеканалдары был бәйләнеште тура эфирҙа күрһәтә. Уны “Рәсәй радиоһы”, “Вести FM” һәм “Маяк” радиостанциялары тапшырыуында тыңларға була. Һорауҙар СМС йәки ММС-хәбәр рәүешендә лә ҡабул ителә.
Программаның сайтында, шулай уҡ “Бәй-ләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә лә һорау ҡалдырырға була. “Мәскәү – Путинға” ҡушымтаһын ҡулланыусылар студия менән видеобәйләнешкә сыға ала, ә Берҙәм хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәгенә шылтыратыу өсөн 8-800-200-40-40 һандарын йыйырға кәрәк буласаҡ. Элемтәгә инеү бушлай.
Читайте нас