Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле — республиканың төп концерт коллективы. 1939 йылда башҡорт халыҡ бейеүе белгесе, уны пропагандалаусы, һәләтле бейеүсе Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровтың башланғысы менән ойошторолған. Ансамбль Рәсәй Федерацияһының профессиональ хореография сәнғәте лидерҙарының береһе булып тора.