Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 12:59

ҘУР БИЛӘМӘЛЕ МӘКТӘПКӘ МИНИ-ТРАКТОР

Иҫләйһегеҙме, март айында Башҡортостандың иң ҙур мәктәбе асылыуы уңайынан Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән ҡалабыҙға килгәйне.

Радий Хәбиров 1225 урынлыҡ мәктәпте ҡарап сыҡҡандан һуң, тамаша залында ойошторолған тантана барышында уҡыу йортоноң ҙур биләмәһен төҙөкләндереүҙә һәм яҡшы торошта тотоу өсөнө бәләкәй трактор һатып алырға 500 меңлек сертификат тапшырғайны. Ошо көндәрҙә сертификат ярҙамында трактор һатып алынды һәм махсус техника уҡыу йортона килеп етте лә инде.
Заманса йыһазландырылдған иң ҙур мәктәптә уҡып йөрөгән уҡыусылар һәм мәктәп етәкселеге кәрәкле һәм ҡиммәтле бүләк өсөн рәхмәтен белдерә.
Читайте нас: