Ошо көндәрҙә “Изге донор” акцияһында ҡатнашып, тултырылған купонды беренсе булып тапшырған кешегә велосипед тапшырҙылар. Ул кеше 22 йәшлек Станистлав Илтуғанов булып сыҡты. Егет 2016 йылдан донор икән. Ошо ваҡыт эсендә 10 литрҙан ашыу ҡан биреп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған.