Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
12 Июль 2019, 08:00

Баллы йәй

Баллы йәйҺары сәскәнән таҡыям,Ҡояштай көлөп торам.Һеҙ дуҫтарҙы йәй иленә – Бал иленә саҡырам.

Беҙҙең яҡтар – баллы төбәк,
Ҡырҙар – сәскәле келәм.
Ни теләһәң – шул ниғмәтте
Бирә тыуған ергенәм.
Нәҙекәй билле бал ҡорттары
Оса алыҫ урманға.
Хуш еҫле сағыу сәскәләр
Саҡырып тора унда.
Хозурланып бал йыялар
Тәбиғәт ҡосағында.
Шифалы бал ҙур бүләк ул
Беҙ – кескәй дуҫтарына.
…Көтөп алдым наҙлы йәйҙе,
Турғай һайрай ҡырҙарҙа.
Тыуған ерҙең гүзәллеген
Һин дә ҡушыл йырларға!
Зәлифә КАШАПОВА.
Читайте нас