Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
18 Июль 2019, 13:54

20 июлдә Өфөлә быйыл беренсе «Еләкле тырыз» йәрминкәһе үтә

20 июлдә Өфөлә быйыл беренсе «Еләкле тырыз» йәрминкәһе үтәАлдағы шәмбе көндө, 20 июлдә, Өфөлә быйыл беренсе «Еләкле тырыз» йәрминкәһе үтә. Йыл һайын уҙғарылған еләк йәрминкәһе Спорт һарайы (Р.Зорге урамы, 41) алдындағы майҙанда уҙа.

«Сараға еләк-емеш продукцияһы етештереүселәр – республиканың емеш питомниктары, фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар саҡырыла, — тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. — Йәрминкәлә шулай уҡ махсус һатыу шарттары талап ителмәгән ауыл хужалығы продукцияһы һатыласаҡ. Ит, ит ризыҡтары һәм һөт изделиелары һатыу тыйыла».
Йәрминкә сәғәт 10-дан 4-кә тиклем эшләй.
Башинформ.
Читайте нас