Был юлы ла беҙ матур йоланан баш тартмаясаҡбыҙ һәм һеҙҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә! Тәүге шәп бүләгебеҙҙе сентябрь айында уйнатасаҡбыҙ. Был уйында ҡатнашыр өсөн???????? “Ашҡаҙар” гәзитенә алдан яҙылып, квитанция күсермәһен 25 сентябргә тиклем тапшырырға кәрәк. Ә кем алдан БЕР ЙЫЛҒА яҙылып ҡуя, ул гәзит уҡыусыбыҙ ИКЕ БҮЛӘККӘ иҫәп тота ала, сөнки нәҡ бер йылға яҙылыусылар араһында айырым бүләк уйнатыу ҡаралған. Әйткәндәй, алдан яҙылыусыларҙың квитанция күсермәләре, Алла бойорһа, декабрь айында төп бүләктәрҙе уйнатыуҙа ла ҡатнаша.