Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
5 Август 2019, 12:06

Эҫе һыу булмай

Йылылыҡ селтәрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләүгә бәйле, 4 август 22:00 сәғәттән алып 11 август 23:00 сәғәткә тиклем ҡаланың көньяҡ өлөшөндә эҫе һыу булмаясаҡ.

Атап әйткәндә, Гоголь, Суханов, Баҫыу, Патриотик, Көньяҡ, 23-сө Май, Механизация, Ҡырым, Ботаник, Академик Королев, Чапаев урамдарында, Стәрлебаш трактында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә был ваҡыт арауығында һыуҙы газ плитәһендә йылытып торорға тура киләсәк.
Әйткәндәй, Баҫыу урамындағы 14-се йылылыҡ ҡаҙанын ремонтлау сәбәпле, 5 август 09:00 сәғәттән алып 19 август 09:00 сәғәткә тиклем эҫе һыу шулай уҡ Илич урамында урынлашҡан 68 йортта һәм Баҫыу урамындағы 138-се йортта ла булмаясаҡ.
Читайте нас