Октябрь проспектындағы 9а йортонда йәшәгән Тәслимә апай Ильясоваға шәп үтек эләкһә, Ленин проспекты, 42 адресы буйынса йәшәгән Нәжип ағай Хәкимовҡа постель йыйылмаһы сыҡты. Коммунистик урамындағы 85-се йорттан Зыяф Түләбаев йомшаҡ бамбук юрған, Рәйсә апай Ғәлимова (Дуҫлыҡ урамы, 37а) – электр сәйнүге, ә Хоҙайбирҙин урамындағы 119-сы йорттан Әҡсән ағай Яҡупов термос отто.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Бүләкте редакциянан килеп алғанда үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы, ИНН һәм СНИЛС-ты алып килергә онотмағыҙ. Тағы ла шуны иҫкәртәбеҙ: бер йылға яҙылыусыларҙың квитанциялары декабрҙә лә уйнатыласаҡ.