Әгәр һеҙ ысынлап та республика башлығына социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итергә теләһәгеҙ, уның «Бәйләнештә», «Инстаграм», «Класташтар» йәки «Фейсбук»тағы рәсми сәхифәләрен файҙаланығыҙ. Башлыҡ хакимиәте ҡарамағындағы халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәрҙәре унда мөрәжәғәттәрҙе иҫәпкә алып бара һәм мәсьәләләрҙе хәл итергә тырыша.
Радий Хәбировтың бөтә сәхифәләре лә верификацияланған, йәғни социаль селтәр хакимиәте уныҡы икәненә ышанған. Верификацияланған аккаунттарҙа исем янында күк төҫтәге билдә тора. Был ябай һүрәт кенә түгел – әгәр уға курсорҙы яҡыныраҡ килтерһәк, «Раҫланған профиль» йәки «раҫланған сәхифә» тигән яҙыу сыға. Бының нисек икәнен түбәндәге һүрәттә ҡарағыҙ.