Был өҫтәмәне һәр кем һиҙәсәк. Киләһе йылда граждандарҙың социаль тәьминәтенә 3,2 миллиардҡа күберәк бүлеүебеҙ тағы ла нығыраҡ һиҙелер. Сөнки был республика халҡының ике миллионында сағыласаҡ. Ә бына ихаталарҙы, подъездарҙы, лифттарҙы, һыу каналдарын төҙөкләндереүгә һәм ауыл-ҡалаларҙы яҡтыртыуға йүнәлдерелгән 14,1 миллиард һум был мәсьәләләрҙе көн тәртибенән бөтөнләй алып ташлаясаҡ. Һуңғы өс йылда төбәк льготниктарын дарыу менән тәьмин итеү сығымдары 2,3 тапҡыр күтәрелеп 3,1 милиардҡа етте. Бынан тыш 1 миллиардтан ашыу федераль бюджет ресурстарын йәлеп итәбеҙ. Мотлаҡ медицина страховкалау сығымдарын иҫәпкә алып , һаулыҡ һаҡлау сығымдары күләме 2020 йылда 91 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был һандарҙы ошо көндәрҙә беҙ республиканың Дәүләт Йыйылышына ебәрҙек. Аҡсаны бары тик граждандарҙың тормошон яҡшыртыуға тотоноуға ынтылышыбыҙҙы депутаттар хуплар тип өмөтләнәбеҙ" - тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә.