Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2019, 20:35

АНТИБИОТИКТАРҘЫ АҘЫРАҠ ҺАТЫП АЛА БАШЛАҒАНДАР

Рәсәйҙә 2019 йыл башынан антибактериаль препараттарға һорау кәмеүе күҙәтелә. Был турала RT телеканалы DSM Group аналитика компанияһы мәғлүмәттәренә һылтанма менән хәбәр итә.Йылдың туғыҙ айы эсендә Рәсәй дарыуханаларында 26,4 миллиард һумлыҡ 152,8 миллион һауыт (үткән йылдың ошо уҡ осоронда- 155,5 миллион һауыт) антибиотик һатылған. Бынан күренеп тороуынса, һатыу күләме 3 миллион һауытҡа кәмегән.

Шул уҡ ваҡытта, аналитиктар килтергә мәғлүмәт буйынса, йылдың өс кварталында Рәсәй аптекалары 739,2 миллиард һумлыҡ 3,81 миллиард ҡап дарыу һатҡан.
2017 йыл аҙағында Рәсәйҙә 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән Микроптарға ҡаршы резистентлыҡтың таралыуын киҫәтеү стратегияһы ғәмәлғә ашырыла. Шул уҡ ваҡытта, ул «дауаханаларҙа антибиотиктарҙың рецепт буйынса һатылыуын күҙәтеүгә алыуҙы ла» күҙ уңында тота, тип иҫкәртә телеканал.
Стратегия Рәсәй Президенты тарафынан 2015 йылдың 31 ғинуарындағы ҡарары буйынса булдырылған.
Читайте нас