Был ярышта Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк филиалының операция залы баш белгесе Дилара Бурнашева Гран-при яуланы.
Беренсе урынды 54-се балалар баҡсаһының физик культура буйынса инструкторы Надежда Ермолаева алды, икенсе урын 6-сы гимназиянан өҫтәмә белем биреү педагогы Надежда Фёдороваға, ә өсөнсө урын ҡаланың Эске эштәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәре Олеся Садаеваға бирелде.
Интернет-тауыш биреүҙә - Дилара Бурнашева, «Предприятиеның иң шәп күргәҙмәһе» номинацияһында – 31-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дарья Гребенникова еңеүсе булды.