Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 14:20

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәим Әхмәтйәнов Стәрлетамаҡта

Стәрлетамаҡта бик күп саралар үтеп тора. "Ашҡаҙар" гәзите һеҙҙең өсөн тамашаларға бушлай инеү мөмкинселеген хәстәрләй. Әле лә беҙҙең төркөмдә тороусыларҙың 23 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Фәим Әхмәтйәновтың Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә үтәсәк ижад кисәһенә БУШЛАЙ инеү мөмкинселеге бар. Актерҙы байрамы менән тәбрикләргә «Каруанһарай» төркөмө егеттәре, Риза Мәһәҙиев, Светлана Хәкимова, Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар килә.

Ике урынлыҡ ике билетты нисек уйнартырға икән һуң? Шарттары ауыр түгел!
Беренсе билетты отоусы түбәндәге һорауҙарға яуап менән "Бәйләнештә" селтәрендәге яҙмаға https://vk.com/club62246556?w=wall-62246556_9582 комментарий ҡалдырырға тейеш. Ә тағы ла бер билет РЕПОСТ яһаусылар араһында осраҡлы рәүештә һайлап алынасаҡ.
Фәим Әхмәтйәнов уҡыған мәктәп урынлашҡан ауыл исеме?
Нисәнсе йылда Фәим Ғәни улы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була?
Ниндәй образы менән нисәнсе йылда "Театр яҙы" республика фестивалендә "Иң яҡшы ир-егет образы" номинацияһында еңеүсе була?
Һөҙөмтә йома көндө билдәле буласаҡ.
Читайте нас: