1 декабрь сәғәт 18:00 Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе тамашасыларҙы халыҡ инструменттары оркестрының «Тулҡындырғыс моңло романс» исемле программаһына саҡыра.
Тамашасыларға Артем Болотов етәкселегендәге оркестр яратҡан композициялар, төрлө замандарҙа танылыу яулаған сағыу романстар тәҡдим итәсәк. Программа филармониябыҙҙың талантлы солистары ҡатнашлығында үтә. Кисәнең режиссеры һәм алып барыусыһы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Венера Әйүпова.