Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 10:35

Ҡыш көнө асфальт түшәйҙәр?..

Республикала халыҡтың мөрәжәғәттәрен, проблемаларын теркәп барған “Инцидент” системаһы Стәрлетамаҡта ла етешһеҙлектәрҙе тиҙ таба. Ҡайһы берҙә ялыу нигеҙһеҙ ҙә булып сыға.

Хәтерләйһегеҙҙер, интернет һәм телевидение аша ҡалабыҙҙа ҡыш көнө (яңыраҡ) асфальт түшәп йөрөгәндәрен күрһәткәйнеләр. Видео авторы “Һыуыҡта асфальт түшәргә яраймы ни?” тип баш вата. Ярамай... әгәр ҙә йәй көнө түшәй торған асфальт булһа. Баҡтиһәң, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, махсус рәүештә ҡыш көнө түшәргә лә яраҡлы асфальт әҙерләнә. Йәғни был иҙмә йәй көнө әҙерләнгәненә ҡарағанда ныҡлыраҡ була, уға өҫтәлмәләр ҡушалар. Әммә талаптар буйынса, бындай асфальт та ни бары 12 градус һыуыҡлыҡта ғына түшәргә яраҡлы. Һәр хәлдә, ул ҡар өҫтөнә түшәлергә тейеш түгел бит...
Әлеге махсус асфальтты булдырыуҙың сәбәбенә килгәндә, Рәсәйҙә йылы миҙгел аҙ булыуға бәйле, ҡыш ба-шында да юл эшләү маҡсатында төрлө яңы технологиялар ҡулланыла. Әйткәндәй, әлегеләй технологиялар ярҙамында бөгөнгө көндә лә ҡалала юл ремонтлау эштәре тамамланмай.

Әлбиттә, ҡыш көнө асфальт һалыу бер, артабан уның сифаты нисек булыр – быныһы инде икенсе мәсьәлә. Ошо йәһәттән ҡыш көнө һалынған асфальттың сифатын апрель айынан алып Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы шәхсән тикшереп торасаҡ. Нисек кенә булмаһын, ҡала хакимиәте етәксеһе Владимир Куликов юлсыларҙан артабан әлегеләй эштәрҙе йылы ваҡытта тамамлауҙы талап итте.
Стәрлетамаҡтарҙың аһ-зары юлдарҙағы соҡорҙар, асфальт түшәү менән генә тамамланмай әле. Мәҫәлән, күп ҡатлы йорт алды ихаталары юлдарында ҡар таҙартылмай. Ҡар яуыуҙан туҡтаны, тышта һыуыҡ. Тимәк, техникаға кинәнеп таҙартырға ғына ҡала ла бит. Тик ҡайһы бер идаралыҡ компаниялары халыҡ алдындағы бурыстарын атҡарырға ашыҡмай. Күрәһең, “Инцидент” аша бойороҡ килгәнен көтә...

Читайте нас