Хәҙер инде, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең өмөттәрҙе аҡларға ғына ҡалды. Заман башҡа – заң башҡа, ҡағыҙ вариант ҡына түгел, гәзитте
электрон рәүештә уҡыусылар һаны ла бермә-бер күбәйә, тимәк, йәштәр гәзит уҡый, тимәк, киләсәк өсөн өмөттәр бар. Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк: ғаилә менән алдыралар “Ашҡаҙар”ҙы, коллективтар яҙҙыра.
Иң мөһиме: һеҙ – беҙҙең менән, дуҫтар! Ошо йәһәттән барығыҙға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткереп ҡалабыҙ!
Коллектив тигәндән, йәнә иң күп гәзит алдырыусыларҙы билдәләп үтке килә. Бына улар: Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы (директоры Леонид Конев), Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе (директоры Харис Әбдрәхимов), Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы (директоры Миҙхәт Мусаҡаев), Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия (директоры Айгөл Шаһисолтанова), 3-сө башҡорт лицей интернаты (директоры Гөлшат Әхмәтова), ҡала башҡорттары ҡоролтайы (етәксеһе Ләйсән Йосопова), 62-се балалар баҡсаһы (директоры Гөлшат Собханғолова), Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм
төрки филологияһы факультеты (деканы Рәйсә Илишева), 7-се (директоры Илшат Ҡотлошин) һәм 35-се мәктәптәр (директоры Рафаэль Түләгәнов).
...Йола буйынса, белеүегеҙсә, йыл аҙағында беҙ гәзит уҡыусылар араһында иҫтәлеккә бүләктәр ҙә уйнатабыҙ. алдан вәғәҙә иткәнсә, тотош бер йылға яҙылыусыларҙың квитанция күсермәһе был юлы ике тапҡыр (үткән йыл көҙ өнө һәм декабрь аҙағында) уйында ҡатнашты. Шулай итеп, дуҫтарыбыҙ - бағыусылар – “Аиша” магазины (ойоштороусыһы Элена Вәлиева), “УралСтройГрупп” төҙөлөш компанияһы (генераль директоры Ратмир Фәхриев), Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе, шәхси эшҡыуарҙар Ринат Усманов һәм Сажиҙә Әмирханова менән берлектә әҙерләгән бүләктәргә артабанғы гәзит уҡыусылар эйә булды:
Дуҫлыҡ урамындағы 61-се йортта йәшәгән Бирҙеғолова Фәйләрә апай – үтек, Рәйсә Заһиҙуллина (Октябрь проспекты, 71-се йорт) – термос, ә Социалистик урамындағы 32-се йортта йәшәгән н.Табабилова таҫтамал отто. Шулай уҡ Фәниә Амангилдинаға Чапаев урамы, 87-се йорт) һарыҡ йөнөнән эшләнгән йылы юрған, Бикмәтова Зәкирә
апайға (Хоҙайбирҙин урамы, 121-се йорт) – һыҙғыртҡыслы сәйнүк, Насирова Зәбилә апайға (Дуҫлыҡ урамы, 29-сы йорт) аҡҡош мамығынан йомшаҡ мендәр эләкте. Ә түбәндәге еңеүселәр: К. Сәлимов (Гоголь урамы, 108), В. Ғиләзетдинова (Коммунистик урамы, 53), Г. Әбсәләмова (Артем урамы, 128), Р. Ишморатов (Элеватор урамы, 116), Ф. Усманова (Коммунистик урамы, 7). С. Мөхәмәтова (Свердлов урамы, 69) Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе әҙерләгән тамашаларға ике кешелек саҡырыу билеттары отто.
Был юлы гәзиткә коллектив менән яҙылыусыларға “Ашҡаҙарҙың дуҫтарына!” тип аталған махсус татлы приз – торт әҙерләгәйнек. Яңы йыл алдынан ул тәмлекәс 7-се мәктәпкә юлланды. Әлбиттә, был матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын да төп бүләкһеҙ ҡалдырманыҡ. “УралСтройГрупп” төҙөлөш компанияһы әҙерләгән төп приз – 3 мең һум аҡса Кочетов урамындағы 24а йортонда йәшәүсе Р. Ғәлләмоваға эләкте!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла Яңы йыл һәм еңеүҙәрегеҙ менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә “Ашҡаҙар”ҙың тоғро дуҫтары булып ҡалырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Бүләкте
редакциянан килеп алғанда үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы, ИНН һәм СНИЛС-ты алып килергә онотмағыҙ. Алдан 8(3473) 25-18-57 телефоны буйынса бәйләнешкә
сығыуығыҙҙы үтенәбеҙ.
Иң изге теләктәр менән “Ашҡаҙар”ҙар.