Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 09:19

АВТОМОБИЛДӘРЕ АҒАСҠА БӘРЕЛЕҮ СӘБӘПЛЕ ИРЛЕ ҠАТЫНЛЫ ҺӘЛӘК БУЛҒАН

Үлемесле һәләкәт 5 ғинуар Учалы районында теркәлгән. Учалы-Межозерное трассаһында «Деу Нексия» автомомбиле ағасҡа төкәлгән.Был турала Башҡортостан Республикаһының ЮХХДИ матбуғат-хеҙмәте хәбәр итә.

«Нексия» автомобилен Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 51 йәшлек ир идара иткән. Ул һәм уның 58 йәшлек ҡатыны ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле тикшереү алып барыла, алдан билдәле булыуынса автомобиль боҙло юлда ситкә шыуып төшөп китә һәм унда ағасҡа бәрелә.
Юлдарҙа имен йөрөгөҙ.
Читайте нас