Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2020, 14:20

ПЕНСИЯ ЙӘШЕНӘ ЕТҺӘГЕҘ...

Рәсәй Пенсия фонды хәбәр итеүенсә, пенсия алды йәшенә еткән граждандарҙың статусы рәсми рәүештә раҫланған.

Мәғлүм булыуынса, 315 мең кеше тураһындағы мәғлүмәттәр эш биреүселәргә тапшырылған. Рәсәйҙә йәшәүсе 141 мең кеше социаль тәьминәттең Берҙәм мәғлүмәти системаһы аша пенсия алды льготаларын алыу хоҡуғын раҫлаған. Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетында 370 мең кеше үҙенең статусын үҙгәрткән.
Быйыл “Пенсия алды йәшенә еткән граждан” төшөнсәһе Рәсәй ҡануниәтендә беркетелде, йәғни ул пенсияға сығыу хоҡуғын алыуҙан биш йыл алдан билдәләнә. Оло йәштәгеләргә байтаҡ ташламалар тәҡдим ителгән. Уларҙы эштән бушатҡандары өсөн эш биреүселәрҙе енәйәт яуаплылығы көтә.
Бынан тыш, йыл һайын ике көн дауамында уларға диспансер тикшереүе үтеү мөмкинлеге бирелә. Пенсия йәшенә еткән граждандар өсөн һалым ташламалары ла ҡаралған.
Читайте нас