Әйткәндәй, почта бүлексәләрендә лә, “Стәрлетамаҡ-печать” ойошмаһында ла бер ҡыйынлыҡһыҙ барып яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ почтальондарҙы өйөгөҙгә лә саҡырта алаһығыҙ, шылтыратыу ҙа етә. “Рәсәй почтаһы”ның телефон һандары – 23-33-87, ә “Стәрлетамаҡ-печать” – 25-32-50. Редакция аша яҙылырға теләүселәр 25-18-57 һандарын йыя ала.
Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, беҙ был матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ла тоғро дуҫтарыбыҙҙы бүләкһеҙ ҡалдыра алманыҡ. Бүләктәрҙе июнь аҙағында уйнатасаҡбыҙ, ошо ваҡытҡа тиклем һеҙҙән 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыу тураһында квитанциялар йәки уларҙың күсермәләрен көтөп ҡалабыҙ. Әйткәндәй, кемдәр былтыр сентябргә тиклем үк гәзиткә тотош бер йылға алдан яҙылып ҡуйҙы, вәғәҙә буйынса, уларҙың квитанция күсермәләре тағы ла уйында ҡатнаша. Шулай итеп, гәзиткә алдан бер йылға яҙылыу отошло.
Әжергә килгәндә, быйыл да һеҙҙе мендәр, юрған һәм башҡа матур-матур бүләктәр көтә. Бынан тыш, беҙ үҙенсәлекле бүләк тә әҙерләнек: Стәрлетамаҡ районынан фермер-эшҡыуар Урал Әлимбаев бер гәзит алдырыусыға һарыҡ вәғәҙә итте! Шулай итеп, уйындың ҡыҙған мәле, һеҙҙән – квитанциялар, беҙҙән – бүләктәр! Өлгөрөп ҡалығыҙ!