Ял көндәрендә 6 йәшлек малай юғалған ине, һуңынан уның кәүҙәһен Ашҡаҙар йылғаһынан сығарыуҙары тураһында билдәле булды. Статистика күрһәтеүенсә, батып үлеүселәрҙең 80 проценты ирҙәргә тура килә, йәғни улар һыуға иҫерек килеш төшкән булған.
Эҫенән ҡасып, һыу буйҙарына барып ғәйеп булыусылар һаны үҫкәндән-үҫә бара, быға бәйле иҫкәртеү саралары үткәрелә. Һыу буйҙарына 3230 профилактик рейд һәм патруль ойошторолған, был тикшереүҙәргә 15 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән, 3,5 мең ирекмән ҡатнашҡан. Үткән аҙна эсендә генә һыуға батып барған 68 кеше ҡотҡарылған, улар араһынан 34-е – балалар.
Шуныһы ҡыҙғаныс: айырыуса ҡырағай пляждарҙа ял итеүселәргә ҡурҡыныс янай, сөнки күпселек осраҡта һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа һәләк булалар ҙа инде. Республикала махсус әҙерләнгән 86 һыу инеү урыны бар, был – Волга буйы федераль округында иң яҡшы күрһәткес. Аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йылдан-йыл махсус һыу инеү урындарын тағы ла арттырып барырға кәрәклеген әйтеп үтте.