Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 10:55

Башҡортостан Башлығы «Транснефть – Урал»ға рәхмәт белдерҙе

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте коллективы Башҡортостан Республикаһы Башлығы наградаһы менән бүләкләнде.

Нефть һәм газ сәнәғәте эшсәндәренең һөнәри байрамы алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбиров «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенә төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Рәхмәт хаты республиканың яғыулыҡ-энергетик комплексы үҫеше мәсьәләләренә арналған хөкүмәт кәңәшмәһендә «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Р.Н.Ковалевҡа тапшырылды.
«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте «Транснефть» системаһында иң эре ойошмаларҙың береһе булып тора һәм бына 70 йылдан ашыу инде Рәсәй территорияһындағы һигеҙ төбәктә һәм Төньяҡ Ҡаҙағстанда нефть һәм нефть продукттарын киң магистраль үткәргес торбалар селтәре буйынса ташый. Предприятиеның алты филиалының дүртәүһе: Туймазы, Черкас, Арлан нефть үткәргес торбалар идаралыҡтары, һәм шулай уҡ магистраль нефть үткәргес торбаларҙа аварияларҙы туҡтатыу һәм иҫкәртеү буйынса Махсуслаштырылған идаралыҡ Башҡортостанда урынлашҡан. Төбәк территорияһы буйынса 4 мең километрҙан ашыу үткәргес торбалар үтә – шуларҙың яртыһы тиерлек предприятие яуаплылығында тора. Атап әйткәндә, Өфө һәм Салауат нефть эшкәртеү заводтары нефть менән тәьмин ителә, артабан нефть продукттарын Нефть эшкәртеү заводынан ил буйынса ҡулланыусыларға һәм экспорт йүнәлешендә ебәреү эштәре алып барыла.
«Транснефть – Урал» АЙ яуаплы эш биреүсе һәм эре һалым түләүсе булып тора. Республика бюджетына һалым түләүҙәр 2019 йылда 2,835 млрд һум тәшкил итте, 2020 йылда күрһәткес 2,953 млрд һум кимәлендә булыр тип көтөлә. Коллективта 7 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, шуларҙың 4,2 меңе республика территорияһында эшләй. Предприятиеның БР территорияһында капитал һалыуҙар күләме һуңғы өс йылда 27 млрд һум тәшкил итте: акционерҙар йәмғиәте инфраструктураны һәм производство объекттарын модернизациялай, алдынғы технологиялар индерә, механотехнологик ҡорамалдар паркын яңырта. «Транснефть – Урал» АЙ кадрҙар әҙерләү өлкәһендә Башҡортостандың төп белем биреү учреждениелары менән тығыҙ эшмәкәрлек алып бара.
Предприятиие ярҙамы менән республикала бик күп социаль әһәмиәтле объекттар төҙөлдө һәм яңыртылды. «Транснефть – Урал» АЙ хәйриә проекттарын әүҙем тормошҡа ашыра, уның хеҙмәткәрҙәре ирекмәнлек эшмәкәрлегендә лә ҡатнаша.
Р.САФИНА.
Читайте нас