Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
14 Октября 2020, 12:34

«ТРАНСНЕФТЬ – УРАЛ» ЙӘМҒИӘТЕ БУЛАСАҠ ИНЖЕНЕРҘАРҒА БҮЛӘК ЯҺАНЫ

Өфө ҡалаһындағы Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейында яңы компьютер класы асылды. Был «Транснефть – Урал» акицонерҙар йәмғиәте күрһәткән хәйриә ярҙамында бойомға ашырылды, уҡыу йортонда информатика дәресе кабинетында ремонт яһалды һәм кәрәклы йыһаз урынлаштырылды.

Компьютер класын асыу тантанаһында символик ҡыҙыл таҫманы «Транснефть-Урал» йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары Асҡар Әмировҡа, Өфө дәүләт нефть техник университеты проректоры Александр могучев, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы администрацияһының гуманитар мәсьәләләр һәм белем биреү идараһы башлығы Юлиә Мостафина киҫте.
Предприятие аҡсаһына кәрәкле программалар менән тьәмин ителгән 16 заманса компьютер, шулай уҡ уңайлы һәм эргономик йыһаздар һатып алынған.
«Дәрестәрҙе үткәреү өсөн тейешле шарттар һәм яңы компьютер техникаһы уҡыусыларға техник вуздарҙа белем алыу өсөн мәғлүмәти-бәйләнеш технологияларын яҡшыраҡ үҙләштерергә һәм киләсәктә нефть үткәргес тармағы белгестәре сафын тулыландырырға ярҙам итәсәк», - тип билдәләп үтте лицей директоры Алла Цыбина.
«Транснефть-Урал» элек тә лицейға матди базаны нығытыуға ярҙам итеп торған. Предприятие аҡсаһына физика буйынса лаборатор дәрестәр өсөн йыйылмалар һәм актуаль мәғлүмәтте, шул иҫәптән лицейҙың дәрестәр теҙмәһе һәм яңылыҡтарҙы күрһәтеү интерактив экрандар һатып алынған.
83-сө лицей Өфө ҡалаһында 1957 йылда асыла. 2003 йылда ул «Транснефть-Урал» менән белгестәр әҙерләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүсе Өфө дәүләт нефть техник университеты патронаты аҫтында эшләй. Лицейҙа тәрбиәләнеүселәр бер нисә йүнәлеш буйынса (физика-математика, химия-математика, мәғлүмәти-технологик, инженер-иҡтисади) белем ала һәм артабан техник юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итә.
Читайте нас