Гейбейесус шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның тәүге партияһы ҙур булмаған күләмдә булыуын иҫкә төшөрөп үтте. Иң тәүгеләрҙән булып был ярҙамды медицина хеҙмәткәрҙәре, өлкән йәштәгеләр һәм хәүеф аҫтында булған категория граждандары аласаҡ.
Вакцина сығарыу өҫтөндә АҠШ, Ҡытай, Франция, Великобритания һәм башҡа илдәр эшләй. Рәсәй ике төр вакцинаны теркәне, улар Гамалея исемендәге Мәскәү үҙегендә булдырылған «Гам-Ковид-Вак» (һатыуҙағы исеме «Спутник V») һәм «Вектор» новосибирск ғилми тикшереү үҙәге уйлап сығарған «ЭпиВакКорона» вакциналары.
Ноябрь айында «Спутник V» уйлап табыусылары ВОЗ ойошмаһына рәсәй вакцианаһын ашығыс осраҡтарҙа ҡулланылыуға тәғәйенләнгән препараттар исемлегенә индереү буйынса мөрәжәғәт итән ине. Хәҙер ойошма препаратты тикшереп ҡарарға тейешле.
Бынан тыш төрлө илдәрҙә уйлап сығарылған вакциналар ҙа һынауҙар үтеп, 90 процентлыҡ һөҙөмтә күрһәткән. Улар араһында Pfizer америка һәм BioNTech германия фармацевт компанияларының хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән разработка бар. Был вакциананы һынау ваҡытында 43,5 мең ҡатнашыусы араһынан 95 кеше генә COVID-19 менән ауырып китән. Был яңылыҡтан һуң компанияның акциялары 15 процентҡа уҡ артып киткән.
16 ноябрь көндө американың Moderna компанияһы үҙ вакцинаһының 95 процентлыҡ һөҙөмтәгә эйә булыуын баһаланы. Компанияла һынауҙраҙа ҡатнашҡан 30 мең кешенең бишәүһе генә коронавирус йоҡтороуын әйтте. Гамалея исемендәге үҙәк Башлығы Александр Гинцбург, иһә, Рәсәйҙең «Спутник V» вакцинаһының тәү һынауҙар барышында 92 процентлыҡ һөҙөмтә күрһәтеүен хәбәр иткән ине.
Фото: Mario Tama / Getty Images